Өс уҡыусы Башҡортостан Республикаһы Башлығының, 33-ө ҡала хакимиәте башлығының стипендияһына лайыҡ булды. Балаларҙың һәләтен асыуға күп көс һалған педагогтар бер тапҡыр аҡсалата бүләкләү алды. Тантанала ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та ҡатнашты.
- Залда буласаҡ химиктар, архитекторҙар, рәссамдар, спортсылар ултыра. Киләсәктә ҡаланың, республиканың һәм тотош Рәсәйҙең именлеге хаҡына хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйем. Үҙегеҙҙең тырышлығығыҙ менән юғары һөҙөмтәләр яуланығыҙ, маҡсаттарығыҙға табан ҡыйыу бараһығыҙ. Ирешелгәндә генә туҡтап ҡалмағыҙ, бер ниндәй ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылығыҙ. Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә уҡытыусыларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Талантлы уҡыусылар һәм уҡытыусылар - ҡаланың ғорурлығы, - тине үҙ сығышында Игорь Геннадьевич.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, быйыл башлыҡ уҡыусыларҙың айлыҡ стипендияһын 2,5, ә уҡытыу-сыларҙың бер тапҡыр түләнелә торған аҡсалата премияһын ике тапҡырға арттырыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Ева Йыһандирова, 1-се гимназияның 10-сы класс уҡыусыһы, республика Башлығы стипендиаты:
- Уҙған уҡыу йылы минең өсөн һөҙөмтәле булды. Күп кенә Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этаптарында ҡатнаштым. Тырышлығым лайыҡлы баһа-ланғандыр, тип уйлайым. Был миңә көс өҫтәй, ҡанат ҡуя. Ниндәй һөнәр һайлауымды әлегә аныҡ ҡына әйтә алмайым, әммә шуныһын яҡшы беләм, тормошомдо йә иҡтисад, йә бизнес менән бәйләйәсәкмен. Остаздарыма, ата-әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен.
Ирина Захарова, 1-се лицейҙың башланғыс кластар уҡытыусыһы:
- Уҡыусым Мария Саутина ҡала хакимиәте башлығы стипендияһына лайыҡ булды. Мария бик тырыш, эшһөйәр, талантлы ҡыҙ. Ул - ҡала, респуб-лика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүсеһе һәм призеры. Был стипендияға Мария лайыҡтыр, тип уйлайым.
Ева Шиль, 24-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы, ҡала хакимиәте башлығы стипендиаты:
- Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡыйым. Әммә бөгөн сәнғәт мәктәбе исеменән сығыш яһайым. Бында шөғөлләнеү бик оҡшай. Быйыл Сочи ҡалаһына “Сириус” белем биреү үҙәгенә ике тапҡыр барып ҡайттым. Эшемде баһалауҙары, һәләтемде күреүҙәре тағы ла яҡшыраҡ ижад итергә этәрә. Киләсәктә медицина университетына уҡырға инергә хыялланам, әммә ижадтан айырылмаясаҡмын, ул һәр ваҡыт янымда буласаҡ.
Аделя Сәлимйәнова, 1-се гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы, ҡала хакимиәте башлығы стипендиаты:
- Тарих, рус теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан Респуб-ликаһы мәҙәниәте буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, призер һәм еңеүсе булдым. Тантанаға саҡырылыуыма бик шатмын, был яңы еңеүҙәргә этәрә, ҡанатландыра.