газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Декабрь 2020, 12:47

Хыялдары ҙур, маҡсаттары изге

Ҡалалағы бик күп учреждениелар кеүек үк, “Йәштәш” йәштәр үҙәге лә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү прогаммаһында теләп ҡатнаша.

Әйтәйек, былтыр йәштәр араһында ҙур популярлыҡ менән файҙаланған воркаут төҙөлә, ә икенсе йылда инде үҙәктә яһалма ҡаяға үрмәләү ҡоролмаһын урынлаштырырға ниәт итәләр. Маҡсатты бойомға ашырыу өсөн теләк кенә аҙ, бынан тыш, күпме тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ талап ителә. Документтарҙы әҙерләү, ойоштороу эштәрен башҡарыу өсөн “Йәштәш” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы булдырыла, ZOOM платформаһы аша яҡындағы йорттарҙа йәшәү-селәр менән онлайн-йыйылыштар уҙғаралар, “Скалодромдың киләсәген беҙ нисек күрәбеҙ?” тигән һүрәттәр конкурсы ла үтә.
“Йәштәш”тең хыялдары бойомға ашһа, уларҙа Рәсәй һәм халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән скалодром барлыҡҡа киләсәк, ул, үҙ сиратында, төрлө кимәлдәге ярыштарға йәш ҡаяға үрмәләүселәрҙе әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк.
Читайте нас: