газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Декабрь 2020, 13:28

Бары тик алға!

Бөгөнгө көндә Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһының республика, муниципалитет һәм физик шәхестәрҙең финанс ресурстарын берләштереү аша социаль мөһим мәсьәләрҙе хәл итеүҙә һөҙөмтәле механизм булыуы бер кем өсөн сер түгел. Был программанан “Лидер”, ”Уңышлы”, “Класс” территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары ла ситтә ҡалманы.

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында ҡаланың 4-се, 21-се, 24-се урта дөйөм белем биреү мәктәптәре һәм микрорайон халҡы менән берлектә мәктәптәрҙе төҙөкләндереүҙә сираттағы бейеклек яуланды. Юғарыла һанап үтелгән үҙидаралыҡтар башҡарған “Яңы тәҙрәләр” проекты еңеүселәр иҫәбенә инде. Башҡарылған эштәр күҙгә күренеп тора: тамашалар һәм спорт залдары, ашхананың туҡланыу залы, уҡыу кабинеттарының иҫке тәҙрә блоктары яңыларына алмаштырылды. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар коллективы ата-әсәләрҙең инициатив төркөмдәренә, битараф булмаған микрорайон халҡына, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһын әүҙем күтәреп алыуҙары һәм өлөшләтә ярҙам итеүҙәре өсөн сикһеҙ рәхмәттәрен белдерә.
”Уңышлы”, “Класс”, Лидер” территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡ-тары бының менән генә туҡтап ҡалмай, алда торған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе артабан дауам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. 2021 йылда программала ҡатнашыу өсөн уҙғарылған йыйылыштарҙа күпселек тауыш менән 24-се мәктәптең фасадын йылытып капиталь ремонтлау (”Лидер”), ”Яңы тәҙрәләр” (“Уңышлы” һәм “Класс”) проекттары күтәрелеп сыҡты. Уларҙы тормошҡа ашырыу уҡыу биналарында уҡыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырыуға, йылылыҡты һәм балаларҙың һаулығын һаҡларға ярҙам итер. Уҡыусылар тарафынан да ҙур эштәр башҡарыла: 1-3 класс уҡыусыларының һүрәттәр күргәҙмәһе, 4-5 класс уҡыусыларының мәктәп макеты вернисажы, флэшмоб. Ата-әсәләр менән онлайн-кәңәшмәләр үткәрелде. Алда тағы ла күберәк эштәр көтә беҙҙе. Берҙәмлек һәм маҡсаттар берлеге ярҙамында теләһә ниндәй мәсьәләләрҙе лә хәл итергә һәм еңеүҙәр яуларға була икәнен беләбеҙ һәм ышанабыҙ. Бергә беҙ мәктәптәребеҙҙе йылы, яҡты, хәүефһеҙ, ә уҡыусы балаларыбыҙҙы сәләмәт, уңышлы һәм бәхетле итербеҙ!
Һалҡын, ямғырлы көҙҙәрҙә,
Шыҡһыҙ, һыуыҡ ҡыштарҙа,
Йылытырбыҙ мәктәптәрҙе,
Рәхмәт әйтер балалар ҙа!
Н.Ю.Афанасьева,
З.М.Михайлова,
А.О.Гайдукова, инициатив төркөм ағзалары.
Читайте нас: