газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Ноябрь 2020, 12:41

Һәр баланың үҙ хоҡуғы

Бөгөн Бөтә донъя бала хоҡуҡтары көнө билдәләнә. Бала хоҡуҡтарының иң мөһиме - уның ғаилә тәрбиәһенә хоҡуғы. Бер ниндәй йәмғиәт тәрбиәһе формаһы ла ғаилә тәрбиәһе менән сағыштырыла алмай. Әммә йыш ҡына шулай килеп сыға, хатта үҙ ояһында ла бала яҡындарынан яҡлау таба алмай. Ни өсөн шулай? Киләсәктең дауамы булған сабыйҙар бәхетле булһын өсөн нимә эшләргә, уларҙы нисек шәхес итеп тәрбиәләргә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Ышаныс” социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге психологы Ирина Ратушная яуап бирә.

- Ирина Федоровна, һеҙ ниндәй йәштәге балалар менән эшләйһегеҙ?
- Беҙҙең үҙәк балаларҙы өс йәштән үҫмер йәше үткәнсегә тиклем ҡабул итә. Сөнки тап ошо ваҡытта бала шәхес булараҡ формалаша. Проблемалар асыҡланған осраҡта осрашыуға ата-әсәһе лә саҡырыла.
- Ғөмүмән, хәҙерге заман балалары ниндәй?
- Улар төрлө, бөтә нәмәне күңелдәренә яҡын ала, агрес-сив булырға әҙер генә тора. Балалар төймәнән дөйә лә эшләргә әҙер. Әйтәйек, атаһы менән әсәһе талаша икән, ыҙғыш сығыуҙа үҙҙәрен ғәйепләргә мөмкин. Кескәйҙәрҙең психологик сәләмәтлеге бик нескә. Шуға бик һаҡ булырға кәрәк, ыңғай һәм кире күренештәр ҙә хәтер-ҙәрендә мәңгелеккә ҡала.
- Ата-әсәләр йышыраҡ ниндәй проблема менән мөрәжәғәт итә?
- Сәбәптәр төрлө булыуы мөмкин: икенсе ергә күсенеү, мәктәп алмаштырыу, ата-әсәләрҙең айырылышыуы, дуҫтар менән ташлашыу йәки уларҙың бөтөнләй булмауы. Ғәҙәттә, 5 йәштән 12 йәшкә тиклемгеләрҙе түбәндәге сәбәптәр арҡаһында консультацияға алып киләләр: баланың агрессив тәртибе, тупаҫлыҡ, уҫаллыҡ, ҡыҙыҡһыныуҙарҙың булмауы, уҡырға теләмәүе, ҡурҡыу тойғоһо, насар ғәҙәттәр һ.б. Тап ошо мәлдә бала үҙ-үҙенә бикләнә, серҙәре барлыҡҡа килә, ҡурҡыуы, оялыуы арҡаһында был турала өлкәндәргә һөйләргә баҙнат итмәй. Әгәр ваҡытында ярҙам күрһәтелмәһә, ул үҙ аллы ғына ҡатмарлы хәлдән сыға алмай. Был ғүмерлеккә психологик яра ҡалдырыу менән янай.12-16 йәштәрҙә баланың үҙ-үҙенә ниндәй мөнәсәбәттә булыуына айырыуса иғтибар бирергә кәрәк: үҙен-үҙе баһалауы түбән йәки артыҡ юғары түгелме, юҡ-барға ҡыҙып китеү, илау, йоҡоһо боҙолоу һ.б.
- Һәр ваҡытта ла проблемаларҙы хәл итеүгә ирешәһегеҙме?
- Бөтә проблемаларҙы "һә" тигәнсе хәл итә торған тылсымлы таяҡ юҡ. Аралашыу барышында психолог проб-леманың сәбәбен асыҡлау, бала күңелендә тотҡан уй-тойғоларын белдертһен өсөн бөтә шарттар тыуҙыра.
- Психолог булараҡ ниндәй ысулдар һәм алымдар менән эш итәһегеҙ?
- Проблемаға, йәшенә, шәхси үҙенсәлектәренә ҡарап, психолог тарафынан һәр балаға айырым ҡараш булдырыла. Беҙҙең үҙәктә белгестәр шәхси һәм төркөмдәр менән шөғөлләнә. Эштәрендә төрлө алымдар ҡуллана. Әйтәйек, нейропсихологик һәм кинезио-логик күнекмәләр - ул мейе шарҙарының үҙ-ара тәьҫирен әүҙемләштереүсе күнекмәләр комплексы. Уларҙы даими үткәргәндә баланың хәтере яҡшыра, иғтибары, телмәре үҫешә, хис-тойғоларына контроль барлыҡҡа килә.
- Баланың психологик торошона ҡасан хәүеф янауы ихтимал?
- Әгәр ата-әсә баланы тәрбиәләүҙә физик йәки психологик көс ҡуллана икән, улар бала хоҡуҡтарын боҙа ти-гәнде аңлата. Даими яза биреү һәм көс ҡулланыу тәрбиә алы-мы булып тормай, ә, киреһенсә, күңелендә ҡурҡыу, нәфрәт, агрессия ғына барлыҡҡа килтерә. Ата-әсә лә килеп тыуған хәлдәр алдында юғалып ҡала, ҡулланған алымдарының һөҙөмтә бирмәүен аңлай. Бындай осраҡта бер генә юл ҡала - балалар психологына юлланыу.
- Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәк?
- Беҙҙең “Ышаныс” социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге теләһә ниндәй килеп тыуған хәлдә лә бушлай ярҙам күрһәтергә әҙер. Һеҙ ҡабул итеүгә яҙылып, 88002000122, 35-17-40, 89174930020 теле-фондары буйынса белгестәргә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Бәйләнештә селтәрендә лә барбыҙ. Һеҙ яңғыҙ түгелһегеҙ, шылтыратығыҙ!
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Читайте нас: