газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Октябрь 2020, 16:03

Уҡытыусы ябай һөнәр түгел

Мәктәптә белем алмайынса, ниндәйҙер һөнәр алыу, вазифа биләү, дәрәжә яулау тураһында һүҙ йөрөтөп буламы икән? Юҡтыр, моғайын. Һәммәһенең дә ҙур тормошҡа юлы уҡытыусы биргән һабаҡтарҙан башлана.

8-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Хөснөтдинова 20 йылдан ашыу балаларҙа телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй.
Ул - Ғафури районы ҡыҙы. Тыуған ауылы Йөҙимәндә урта белем алғас, Бөрө дәүләт педагогия институтында, филология факультетында уҡый. Балаларға белем биреү хыялы мәктәптән үк килә.
- Дәрестән ҡайтҡас, туғанымды “уҡытып” мәж килә инем. Остаздарым да йоғонтоһо яһамай ҡалмағандыр. Һәр ваҡыт беҙҙе аңлап, төплө кәңәштәрен бирҙеләр. Шул уҡ ваҡытта талапсан да булдылар. Уларға сикһеҙ рәхмәтлемен, - ти Гүзәл Мөхәмәт ҡыҙы.
Хеҙмәт юлын Ғафури районы Архангел ауылында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Бик оҙаҡ та эшләй өлгөрмәй, тормош һуҡмаҡтары Салауат ҡалаһына алып килә. Хәҙер ул - 20 йыл стажы булған тәжрибәле уҡытыусы, 14 йылын башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүгә арнай. Педагогтың фекеренсә, баланы нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәк.
- Баланы ысын күңелдән яратҡан кеше генә уның менән бәйләнеш булдыра ала. Яһалмалыҡ менән күңелдәренә асҡыс яратып булмай. Уҡыусыны үҙгәртергә, буйһондорорға тырышырға ярамай, ә уның ышанысын яулап, күңеленә асҡыс таба белеү, үҙ-үҙең булып ҡалыу мөһим. Бала бит һәр ваҡыт наҙға, яҡшы һүҙгә мохтаж. Мәктәп тормошона аяҡ баҫҡан бәләкәс кешегә ышаныслы дуҫ, кәңәшсе, асыҡ йөҙ, ихлас йылмайыу кәрәк, - тип иҫәпләй Гүзәл Мөхәмәт ҡыҙы.
Тел мәсьәләһе киҫкен торған заманда тел уҡытыусыларына ла еңел түгелдер, айырыуса, ҡала мәктәптәрендә.
- Ҡала мөхитендә үҫкән балаларҙың күбеһе башҡорт теле дәрестәрендә генә башҡортса һөйләшә. Ғаиләлә ата-әсәйҙәр, өләсәй-олатайҙар телдәрен вата-емерә балалары менән русса һөйләшә. Ни өсөн? Яуаптар, әлбиттә, төрлөсә. Ә бит үҙенең туған телен, халҡын яратҡан кеше генә, башҡа милләтте лә ихтирам итәсәк.
Һөнәрҙе ҡабат һайлау мөмкинлеге тыуһа, башҡа юлдан китмәҫ инегеҙме тип һорайым.
- Барыбер ошо һөнәремә тоғро ҡалыр инем, - тип яуаплай мөғәлимә. - Маҡсатым - ижади эшләргә, яңылыҡҡа ынтылырға, кешелекле балалар тәрбиәләргә. Уҡытыусы һөнәре ябай түгел, ә бик етди, сөнки һәр баланың ғүмере, киләсәге уҡытыусы ҡулынан үтә.
Гүзәл Хөснөтдинова ғаиләһе менән дә бәхетле. Тормош иптәше Рәис Шәрифулла улы менән 28 йыл татыу ғүмер кисерәләр.
- Хәләлем һәр ваҡыт мине аңлап, тыңлап тора, кәңәштәрен бирә. Сәскәләр үҫтерергә яратам. Ғөмүмән, башҡорт халҡы тәбиғәткә ғашиҡ. Һәр йыл миҙгеленең матурлығын балаларға күрергә ярҙам итәм, - ти педагог.
Хеҙмәттәштәре лә Гүзәл Мөхәмәт ҡыҙын яҡшы яҡтан ғына баһалай.
- Был уҡытыусыла башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас сифаттар. Уның өсөн эштең ауыры, еңеле юҡ. Һәр нәмәгә етди һәм ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Уҡыусылары дәресенә ҙур теләк менән йөрөй. Гүзәл Мөхәмәт ҡыҙы - коллективта хөрмәт ҡаҙанған кеше. Үҙе итәғәтле, баҫалҡы, һәр һүҙҙе уйлап һөйләй, - ти коллегаһы Альбина Ғарипова.
Читайте нас: