газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Октябрь 2020, 16:30

Һеҙ - киләсәккә нигеҙ һалыусы

Уҡытыусы - донъялағы иң изге, ауыр һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Был аҙнала балалаларға белем биреүгә бөтә күңелен, тырышлығын һәм ваҡытын һалған педагогтар ҡотлауҙар ҡабул итә. Уҡытыусылар көнө уңайынан мәғариф идаралығында уҙғарылған тантаналы сарала ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ҡаланың бер төркөм мәғариф хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы.

Уҡытыусы - донъялағы иң изге, ауыр һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Был аҙнала балалаларға белем биреүгә бөтә күңелен, тырышлығын һәм ваҡытын һалған педагогтар ҡотлауҙар ҡабул итә. Уҡытыусылар көнө уңайынан мәғариф идаралығында уҙғарылған тантаналы сарала ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ҡаланың бер төркөм мәғариф хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы.
- Мин һеҙҙе һәм ҡаланың барлыҡ уҡытыусыларын һөнәри байрамығыҙ - Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым. Һеҙ балаларҙың шәхес булараҡ үҫешендә мөһим роль уйнайһығыҙ, улар һеҙҙән өлгө ала, һеҙгә тиңләшә. Балалар менән эшләү еңел түгел, әммә уларҙың күңеленә юл таба беләһегеҙ, сөнки уҡытыусы - һеҙҙең булмыш. Беҙҙең ҡаланың, республиканың һәм илдең потенциалы, киләсәге - һеҙҙең ҡулдарҙа. Мин һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, һөнәри үҫеш теләйем, - тип йылы һүҙҙәр менән ҡотланы уҡытыусыларҙы үҙенең телмәрендә Игорь Геннадьевич.
Һуңынан ҡалабыҙҙың мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәрен төрлө наградалар менән бүләкләү тантанаһы үтте.
Тәбрикләнеүсе педагогтар араһында мәртәбәле исемгә лайыҡ булыусылар бар. 24-се мәктәптең математика уҡытыусыһы Арсения Абложей, 8-се лицейҙың, 19-сы мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусылары Римма Ғәлиева, Людмила Ландышева, Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайының өҫтәмә белем биреү педагогы Роберт Фәхретдинов, 49-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Рожкова хәҙер «Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре» тигән исемде йөрөтә. «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалдары 25-се башҡорт гимназияһы директоры Фирҙәүес Хисмәтуллинаға, 19-сы мәктәп директоры Татьяна Дятловаға, 1-се лицей директоры Ҡадир Хәбибуллинға һәм 2011 йылдан 2020 йылға ҡаланың мәғариф идаралығы етәксеһе Фруза Хәбибуллинаға тапшырылды. Шулай уҡ Ирина Видинеева, Шамил Ғәләмов, Елена Долгошапко, Людмила Котова, Любовь Сапожникова Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, Көнһылыу Хәсәева, Лилиә Фазлыева, Елена Иванова, Анастасия Васюткина ҡала хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Читайте нас: