газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Октябрь 2020, 12:06

Яңы өмөттәр һәм ышаныстар уянды

24-25 сентябрҙә Ғафури районы Красноусол ҡасабаһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән һәм күрше өлкәләрҙән 250 уҡытыусы йыйылды. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, беҙҙең ҡаланан был йыйынға өс кеше барҙы. Форум башҡорт теле уҡытыусылары өсөн аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү урынына әйләнде, шуға күрә лә унда ҡатнашыусылар яңы өмөттәр, ышаныстар һәм дәрт-дарман алып таралышты. Беҙҙең ҡала вәкилдәре лә форумдан илһамланып ҡайтҡан. Һүҙ уларҙың үҙҙәренә.

Фирҙәүес Хисмәтуллина,
25-се башҡорт гимназияһы директоры:
- Был форумдың ойоштороу кимәле иҫтә ҡалырлыҡ булды, сөнки ул бик эшлекле шарттарҙа үтте, йыйында ҡатнашыусыларҙың бер минуты ла буш үтмәне, төрлө майҙансыҡтар, “түңәрәк өҫтәл”, оҫталыҡ дәрестәре эшләп торҙо. Директорҙарҙы, методистарҙы, уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе айырым йыйып һөйләшеүҙәр уҙғары-лыуы ла яҡшы булды. Директорҙарҙың кәңәшмәһен уҙғарған саҡта беҙ полилингваль һәм билингваль мәктәп-тәр тураһында һөйләштек. Унда мотлаҡ милли мәктәптәрҙе ҡалдырыу кәрәк, шуның өҫтөнә тағы ла полилингваль мәктәптәр асыу күҙ уңында тотолоуы хаҡында әйтелде. Әлеге ваҡытта ундай белем биреү учреждениелары Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта бар һәм 2025 йылға тиклем республика буйынса тағы 14 полилингваль мәктәп булдырыу фаразлана. Иң иҫтә ҡалғаны - форумда республика Башлығының ҡатнашыуы, ул осрашыуҙың һуңғы көнөндә сығыш яһағанда башҡорт теленең мәктәптә уҡытылыуы яҡшы, шулай уҡ ипле генә итеп балалар баҡсаһына индереү хаҡында әйтте. Шулай уҡ тағы бер йүнәлеш хаҡында фекер еткерелде, ул да булһа колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында башҡорт телен уҡытыуҙы тергеҙеү.
Форумда смартфондарға, ноутбуктарға ҡушымталар менән таныштырҙылар. Радий Фәрит улы ла заманса ҡушым-таларҙы ҡулланыуҙың мөһим-леген билдәләп үтте. Йыйында төрлө бәйгеләрҙә еңеп сыҡҡан уҡытыусылар ҙа ҡатнашты һәм улар кеүек алдынғы уҡытыусыларҙы аспирантура-ларға уҡырға ебәреү файҙалы булыр ине тигән тәҡдимдәр яң-ғыраны. Башҡорт телен күтәреү-ҙең бер йүнәлеше итеп халыҡ-ара башҡорт теле диктантта сертификаттар тапшырыу һәм уны артабан файҙаланыу юлын уйлау тураһында фекер яңғыраны. “Үргә ос!” проекты буйынса интерактив башҡорт теле модулен индереү тураһында ла һүҙ булды. Радий Хәбиров башҡорт ҡына түгел, башҡа милләт балаларына ла башҡорт телен өйрәтеүҙе күҙалларға кәрәк, тине.
Альбина Ғарипова,
8-се лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы:
- Ғафури ерлегендә уҙған форумда республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә һәм күрше өлкәләрҙә башҡорт теленең киләсәгенә хеҙмәт иткән мәртәбәле уҡытыусылар менән осрашыу күңелдә ғорурлыҡ тойғолары уятты.
Ике көнгә һуҙылған был сараның беренсе көнөндә оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, кәңәшләшеү өсөн 13 майҙансыҡ эшләне. Һәр уҡытыусыға өсәр майҙансыҡта ҡатнашырға мөмкинселек булдырылғайны. Был майҙансыҡтарҙа эшебеҙҙе еңеләйтерлек алымдар күрһәтелде. 9-сы майҙансыҡта үткәрелгән «Эшлекле башҡорт теле» ҡулланмаһын презента-циалауҙа ҡатнашыу, айырыуса, оҡшаны. Бында тел өйрәнеүҙе ябай һәм һөҙөмтәле иткән иткән «Сәләм», «IQ Балабаш» «Inofon BASH», «BASHWORD» мобиль ҡушымталары тураһында бик отошло мәғлүмәттәр бирелде.
Икенсе көндө «Туған телде өйрәнеүгә яңы талаптар һәм уның уҡытыу методикаһын камиллаштырыу», «Мәғариф системаһында Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен үҫтереү перспекти-валары», «Башҡорт теле - балаларға» тигән панель дискуссияларҙа уҡытыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарына яуап эҙләне, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Форумдың иң тулҡынлан-дырғыс мәле Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән осрашыу булды. Радий Фәрит улының уҡытыусылар менән башҡортса ихлас аралашыуы, телебеҙҙе үҫтереүҙә төрлө отошло проекттар, гранттар булдырылыуы тураһында хәбәр итеүе күңелгә ышаныс, дәрт өҫтәне. Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәтеү, башҡорт телендә махсус платформалар булдырыу, кабинеттарҙы етер-лек кимәлдә сифатлы техник саралар менән тәьмин итеү, музыка, технология, рәсем, дәрестәренең программаһын республика ерлегендә төҙөү, алдынғы уҡытыусыларҙы ас-пирантураларҙа уҡытыу мөм-кинселектәрен булдырыу, кабинеттар конкурстарын ойош-тороу тигән тәҡдимдәр булды.
Ысын мәғәнәһендәге рух, туған башҡорт телебеҙ байрамы үтте был ике көндә. Ошондай уҡытыусыларыбыҙ, етәкселәребеҙ, халҡыбыҙ булғанда, телебеҙ йәшәр, киләһе быуындарға барып етер, ә улар тағы ла юғарыраҡ кимәлгә еткерер тигән өмөттәр менән таралыштыҡ. Форум тамамланғандан һуң күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға төштөк.
Көнһылыу Хәсәева, 25-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы:
- Форум юғары кимәлдә уҙҙы. Оҫталыҡ кластары, тренингтар, дискуссиялар менән бер рәттән төрлө күргәҙмә экспозициялары, әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо. Форумда ҡыҙыҡлы яңы проекттар менән таныштыҡ, күп мәғлүмәт һәм тәжрибә алдыҡ. Беҙҙе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, борсоған һорауҙарҙы асыҡтан-асыҡ уртаға һалып һөйләшеүебеҙ һәм иң мөһиме республика Башлығының ихлас күңелдән һорауҙарыбыҙҙы, тәҡдимдәребеҙҙе тыңлауы оло ышаныс, яҡты киләсәккә ҙур өмөт уятты. Радий Фәрит улының матур итеп башҡортса һөйләшеүе лә бер мәртәбә өҫтәне.
Башҡорт телен балалар баҡсаһынан уҡ өйрәнергә кәрәк тигән бик шәп тәҡдим яңғыраны, был мәсьәлә ыңғай хәл ителеренә ышанам. Булыр бала биләүҙән, тиҙәр бит.
Форум ойоштороусыларына ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Яңы идеялар менән янып, артабан да ең һыҙғанып эшләргә дәрт-дарман, көс алып, илһамланып ҡайттыҡ!
Читайте нас: