Сарала ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Дилбәр Мостафина, мәғариф идара-лығы начальнигы Фруза Хәбибуллина, уҡытыу-методика үҙәге хеҙмәткәрҙәре, белем биреү учреждениелары етәк-селәре, ата-әсәләр ҡатнаш-ты. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы Альберт Яримов, Мәскәү мәға-рифтың кадрҙар потенциалын үҫтереү үҙәге директоры Алексей Рытов һәм башҡалар ҡатнашты.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов барыһын да сәләмләне.
- Быйылғы уҡыу йылының аҙағы еңелдән бирелмәне. Коронавирус пандемияһы үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Балалар шуның арҡаһында дистанцион уҡырға мәжбүр булды. Бындай формат бер кемгә лә еңел булманы. Әммә беҙ бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алдыҡ. Берҙәм дәүләт имтиханынан 100 балл йыйыусы - 4, юғары балл йыйыусы 66 уҡыусыбыҙ бар. Был бик яҡшы һөҙөмтә. Уҡытыусыларға, балаларға, уларҙың ата-әсәләренә сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. Әлеге көнгә бөтә мәғариф учрежде-ниелары ла яңы уҡыу йылына әҙер. Алдыбыҙҙа торған төп бурыстарҙың береһе - юғары уҡыу йортон тамамлаған уҡыусыларыбыҙҙы ҡалаға ҡайтарыу. Мәғариф буйынса сығымдар һәр ваҡыттағыса өҫтөнлөклө булып ҡала. 2019-2020 уҡыу йылына 1 млрд һумдан ашыу аҡса бүленде. Уҡыусыларҙы хәүефһеҙ, уңайлы шарттар менән тәьмин итеү бик мөһим. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оптимизм, алдығыҙға ҡуйылған маҡсаттарығыҙға ирешеүегеҙҙе теләйем, - тине ул.
Август кәңәшмәһе алдынан ҡалала ике көн дауамында етәкселәр һәм педагогик хеҙмәткәрҙәр өсөн секцион майҙансыҡтар эшләне. Унда былтырғы уҡыу йылы һөҙөмтәләре барланды, яңыһына маҡсаттар ҡуйылды.
Кәңәшмәлә беҙҙең ҡала муниципалитеттар араһында онлайн-дәрестәр уҙғарыу буйынса республикала беренсе урынды биләүе билдәләп үтелде. Төп маҡсат - асыҡ онлайн-дәрестәрҙә ҡатнашыусы уҡыусылар һанын арттырыу.
Бөтә педагогик коллектив-тың төп бурысы булып белем сифатын күтәреү ҡала. Ошо темаға Башҡортостан Республи-каһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы Альберт Яримов доклад менән сығыш яһаны.
- Йыл еңелдән булманы. Бөтә педагогик коллективҡа өҫтәмә бурыстар, ҡыйынлыҡтар өҫтәлде. Әммә, шуға ҡарамаҫ-тан, һеҙ бөтә һынауҙарҙы ла еңеп сыға алдығыҙ. Бының өсөн коллегаларыма, айырыуса Салауат ҡалаһындағы хеҙмәт-тәштәремә рәхмәтемде белдерәм. Аныҡ һөҙөмтәләр Салауат ҡалаһының мәғариф системаһының уңышлы эшләүен дәлилләй. Шуны ла яҡшы аңлайбыҙ, мәғариф учрежде-ниеларын матди-техник яҡтан тәьмин итеү апаруҡ сығымдар талап итә. Муниципалитет башлығының был мәсьәләгә етди ҡарауы ҡыуандыра. Республика ла ярҙамға килергә әҙер. Төп бурыс - белем сифаты. Беҙҙе һәр бала ҡыҙыҡһындыра, уларҙы ниндәй ғаиләлә үҫеүе, ниндәй шарттарҙа йәшәүенә ҡарап айырырға тейеш түгелбеҙ. Һәр бала - беҙҙең киләсәк. Уңышҡа ирешкәндәренә генә түгел, ә барыһына ла иғтибар бүлергә бурыслыбыҙ. Һүҙ юҡ, уңышлы балалар менән дә эшләргә кәрәк. Был юҫыҡта Салауатҡалаһы бик һөҙөмтәле эшләй, күп кенә уңышлы проекттары бар. Көҙҙән башлап белем биреү ойошмалары етәкселәре, урынбаҫарҙары һәм уҡытыусылар өсөн методик семинарҙар уҙғарырға планлаштырабыҙ. Ҡатнашығыҙ, һеҙҙән тәҡдимдәр көтәбеҙ, - тине Альберт Марат улы.
Әлеге һынауҙар мәктәптең, уҡытыусы хеҙмәтенең баһаһын күрһәтте. Педагогик ойошмалар хеҙмәткәрҙәре дистанцион уҡытыуҙың уникаль тәжрибәһен тупланы. Был алымды уҡытыу сифатын күтәреү өсөн ҡулланырға кәрәк. Мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллинаның сығышы ла ошо темаға арналды.
- Ҡапыл индерелгән дистанцион уҡыу бер ни тиклем проблемалар булыуын күрһәтте. Быларҙың барыһын да тиҙ арала хәл итергә тура килде. Заман ҡуйған талаптарға яуап биреү - мәғариф хеҙмәткәрҙәренең айырым бер һыҙаты. Ҡалала икенсе йыл рәттән „Мәғариф“ проекты уңышлы бойомға ашырыла. „Киләсәк уҡытыусыһы“ проекты сиктәрендә бюджет нигеҙендә рус теле һәм әҙәбиәте, математика, физика, биология, химия уҡытыусылары белемен уңышлы камиллаштырҙы. Һөнәри конкурстар эш һөҙөм-тәһен күрһәтергә мөмкинлек бирә. Дистанцион уҡытыуҙа хәҙер тәжрибә бар, шуға күрә традицион уҡытыу формалары менән бер рәттән дистанцион форматты ла ҡулланыуҙы индерергә кәрәк. Һанлы ресурстарҙы файҙаланыу уҡыусыларға биреләсәк материалды ҡыҙыҡлы, аңла-йышлы итәсәк, - тине Фруза Йәғәфәр ҡыҙы.
„Йыл уҡытыусыһы“ һөнәри оҫталыҡ конкурсы ла һәләт-тәрҙе асыҡлауға булышлыҡ итә.Былтыр 22-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Фазлыева һәм 25-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Көнһылыу Хасаева „Йыл уҡытыусыһы“ республика бәйгеһенең лауреаттары булды.
Лилиә Илфир ҡыҙы „Киләсәк мәктәбе - мөмкинлектәр мәктәбе“ доклады менән сығыш яһаны.
2019 йылда беҙҙең ҡалала „Һанлы мәғариф мөхите“ төбәк проекты сиктәрендә 18-се мәктәп йыһазландырыла. Ул уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн һанлы компетенцияларҙы формалаштырыу өсөн май-ҙансыҡ булды. Ошо турала 18-се мәктәп директоры Зәлиә Гәрәйева һөйләне.
Уңышлы белем биреү практикалары бөтә Рәсәй буйынса Мәскәү кадрҙар потенциалын үҫтереү үҙә-генең „Ҡалаларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге“ проекты ярҙамында бойомға ашырыла. Салауат 2018 йылдан был проекттың тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусыһы булып тора. Мәскәү үҙенең инновацион технологиялары менән ихлас бүлешә, коллегаларына дистанцион рәүештә интер-нет-технологиялар ярҙа-мында методикалары тура-һында һөйләй. Шуның өсөн ошо үҙәктең директоры Алексей Рытовҡа ла һүҙ бирелде. Ул Мәскәү мәғариф системаһының өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында ентекле бәйән итте. Шулай уҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусылар менән бәйләнештә Мәскәү мәктәбе директоры Наталья Замышляева „Һанлы белем биреү трансформацияһы“ темаһы менән бәйләнештә булды.