Ҡалала тантаналы линейка 23-сө мәктәптә уҙҙы. Сараға ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров саҡырылғайны.
Тәүҙә барыһын да мәктәп директоры Андрей Шорин ҡотланы.
- Хөрмәтле коллегалар, ата-әсәләр, ҡунаҡтар һәм тантананың төп ҡатнашыусылары - 1-се класс уҡыу-сылары! Мәктәп һеҙҙе түҙемһеҙлә-неп көттө, ул белем үрҙәренә үрләргә саҡыра. Бөтәгеҙҙе лә байрам менән ҡотлап, уҡыу йылының ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтеүен теләйем. Иң мөһиме, һау-сәләмәт булығыҙ һәм хәүефһеҙлек сараларын мотлаҡ үтәгеҙ, - тине Андрей Константинович.
Игорь Миронов та ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе.
- Барығыҙҙы ла яңы уҡыу йылы башланыу менән тәбрикләйем. 1 сентябрь - мөһим, үҙенсәлекле дата һәм ул йөрәктәрҙә мәңгегә уйылып ҡала. Был көндө белем донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәт башлана. Айырыуса мәктәп тупһаһынан тәүге тапҡыр атлап инеп, парта артына ултырасаҡ бәләкәстәр тулҡынлана. Мәктәп тормошо - яңы дуҫтар таба, яңы белемдәр ала торған осор. Иң мөһиме, маҡсатҡа ынтылыусан, түҙем һәм сәмсел булығыҙ. Форсаттан файҙаланып, үткән уҡыу йылы аҙағында һәм яңыһына әҙерлек ваҡытында башҡарған эштәре өсөн уҡытыусыларға рәхмәт белдерәм. Балаларҙың шәхес булып формалашыуында ҙур роль уйнайһығыҙ, - тип тамамланы телмәрен Игорь Геннадьевич.
Шулай уҡ йыйылыусыларға Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та мөрәжәғәт итте:
- Бөгөн бик тулҡынландырғыс көн, айырыуса бәләкәстәр өсөн. Тәү сиратта, уларға сәләмәтлек, тырышып уҡыуҙарын теләйем. Балалар, уҡытыусыларығыҙҙы бер ваҡытта ла онотмағыҙ. Сөнки тап улар Тыуған илгә һөйөү, өлкәндәргә ихтирам тәрбиәләй. Әгәр ҙә һеҙ оҙаҡ йылдар үткәндән һуң, тыуған мәктәбегеҙгә килеп, остаздарығыҙға „Рәхмәт“ тип әйтһәгеҙ, улар өсөн ошонан да оло баһа булмаҫ. Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ һәм йәшәһәгеҙ ҙә, тыуып-үҫкән ҡалағыҙҙы онотмағыҙ һәм уның үҫешенә, сәскә атыуына үҙ өлөшөгөҙҙө индерергеҙ. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, балалар уңайлы шарттарҙа белем алһын өсөн тырышабыҙ. Әйтәйек, 1-4 кластарҙа бушлай туҡланыу буйынса закон ҡабул иттек. Был маҡсатта аҡсалар күсерелгән дә инде. Шуны ла күҙ уңында тоторға кәрәк, меню алдан төҙөлөргә һәм ата-әсәләр был турала белергә тейеш. Сөнки аллергиялы, диетала булған балалар бар. Улар өсөн аҙыҡты айырым әҙерләргә кәрәк була.
Зариф Закир улы балалар йәрәхәтләнеүенә бәйле күңелһеҙ статистиканы ла билдәләп үтте.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл һайын илдә бик күп балаларҙың ғүмере өҙөлә. Улар юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк була һәм төрлө йәрәхәттәр ала. Шуның өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә бәләкәйҙән өйрәтеп үҫтерергә кәрәк. Атә-әсәләр йыш ҡына үҙҙәре өлгө булып тора. Балалар уларҙан күреп, һеңдереп үҫә. Балаларым үҫеп бөткән булһа ла, юлды светофорҙың йәшел төҫөнә генә үтегеҙ, тик йәйәүлеләр үткәүеленән генә йөрөгөҙ, тип көн һайын иртән ҡат-ҡат әйтеп сығарам.
Зариф Закир улы 1-се класс уҡыусыларына төндә яҡтыртылыусы стикерҙар бүләк итте. Әйткәндәй, был мәктәптә тантаналы рәүештә автоҡаласыҡ асылды. Ул водителдәр һәм йәйәүлеләргә практик күнекмәләр өсөн тәғәйенләнгән. 1-се класс уҡыусыларына юл ҡағиҙәләренә төшөнөргә йәш инспекторҙар хәрәкәте отрядынан егет-ҡыҙҙар ярҙам итте. Бәләкәстәрҙе шулай уҡ „Йәш йәйәүлеләр“ сафына алдылар. Һәр ҡайһыһына ҡаланың ЮХХДИ хеҙмәтенән төндә яҡтыртылыусы браслеттар, йәш йәйәүлеләргә һәм ата-әсәләргә памяткалар тапшырылды.
Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров яңылыҡ менән дә таныштырҙы.
- Яңы уҡыу йылы башынан балаларға патриотизм һәм өлкәндәргә ихтирам тәрбиәләү буйынса фәндәр уҡытыла башлай. Был бик мөһим. Балалар үҙ геройҙарын белеп үҫергә һәм Тыуған илебеҙ менән ғорурланырға тейеш. Салауаттан күп кенә Советтар Союзы Геройҙары сыҡҡан. Республикала 15 Рәсәй Геройы бар, уларҙың береһе - Владимир Трубанов Салауат ҡалаһынан.
Уҡыусыларға республика Башлығы исеменән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған иҫтәлекле китаптар һәм адреслы открыткалар тапшырылды.
Мария Колесникова, 1В класы уҡыусыһы:
- Мәктәпкә белем алыр, бөтә нәмәне белер өсөн йөрөй-ҙәр. Мин дә бик күпте өйрәнергә теләйем. Уҡый ҙа, яҙа ла беләм. Белем алырға теләгем ҙур. Әммә әлегә барыбер балалар баҡсаһын, ундағы дуҫтарымды, тәрбиәсемде һағынам.
Марияны мәктәпкә әсәһе Юлия оҙатып килгән.
- Бөгөнгө көн шатлыҡлы ла, бер аҙ һағышлы ла. Мәктәпкә төшөүе ҡыуаныс булһа, бала саҡтың тамамланыуы бер аҙ моңһоу ҙа. Барыһы ла яҡшы булырына ышанабыҙ, - ти әсә.
Быйыл 23-сө мәктәптә беренселәр өсөн өс класс булдырылған. 1В класы уҡытыусыһы Любовь Воробьева - ҙур стажлы педагог.
- Балалар йылдан-йыл күбәйә. Был бик ҡыуаныслы. Әлеге алған класымда миндә уҡыған балаларҙың балалары бар хатта. Һәр класта 30-ар уҡыусы. Улар бында әҙерлек төркөмөнә йөрөнө, шуға кескәйҙәр менән танышмын. Балалар элеккеләргә ҡарағанда күпкә әүҙемерәк, шуғыраҡ, белмәгән нәмәләре юҡ. Ундай балалар менән эшләү өсөн уҡытыусыға ла заман менән бергә атларға, ваҡиғалар уртаһында ҡайнарға, даими белемде камиллаштырырға кәрәк. Һәр бала менән уртаҡ тел табырға тырышам. Интерактив сараларһыҙ хәҙер бер нәмә лә эшләп булмай. Былтыр яҙын башланған дистанцион уҡыу уҡытыусыларға ла, балаларға ла, ата-әсәләргә лә апаруҡ ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Тере аралашыуҙы бер нәмә лә алыштыра алмай, - ти Любовь Викторовна.