газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Август 2020, 11:33

Уҡыу алдынғылары тәбрикләнде

2020 йылғы сығарылыш яҡшы һөҙөмтә күрһәтте: 77 егет-ҡыҙ мәктәпте миҙалға тамамланы. Уларҙы уҙған аҙна 1-се лицей алдындағы майҙансыҡта тәбрикләнеләр.

Уҡыу алдынғыларын ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та ҡотланы.
- Миҙал - тырышлығығыҙға юғары баһа. Һеҙгә афарин, тип әйтергә генә ҡала. Бындай һөҙөмтәләргә ирешер өсөн күп ҡаршылыҡтарҙы йырып сығырға тура килгәнлеген яҡшы аңлайым. Һеҙгә лә, уҡытыусыларығыҙға ла ҙур рәхмәт. Алда оло тормош көтә. Киләсәктә лә яңынан-яңы үрҙәр яуларығыҙға ышанам. Тыуған ҡалағыҙға әйләнеп ҡайтырға ниәт итһәгеҙ, Салауат һеҙҙе һәр саҡ көтә, - тип мөрәжәғәт итте Игорь Геннадьевич һәм ҡала хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Тырышып уҡығандары өсөн һәр уҡыу алдынғыһына “Газпром нефтехим Са-лауат” йәмғиәтенең генераль директо-ры компаниянан ноутбук тапшырҙы.
- Белемегеҙ менән генә түгел, ә күңелегеҙ, йөрәгегеҙ менән дә ныҡ булығыҙ. Быйыл, пандемия арҡаһында, күптәр ашҡынып көткән Баллы балдың булмауы үкенесле, әлбиттә. Хафаланмағыҙ, был сараға һеҙҙе икенсе йылға саҡырабыҙ. Уҡыған урындарығыҙҙан килеп ҡайтырға юлды компания тулыһынса ҡаплаясаҡ, - тип шатлыҡты хәбәр еткерҙе Айрат Кәримов.
Ирина Батова, 2-се гимназияның сығарылыш уҡыусыһы:
- Тантананы ойоштороусыларға, ҡиммәтле бүләктәр өсөн ҙур рәхмәт. Санкт-Петербург ҡалаһындағы универ-ситетҡа уҡырға инергә ниәтләйем. Туғандарымды, яҡындарымды күрер өсөн Салауатҡа ҡайтып йөрөйәсәкмен, әлбиттә.
Александр Саутин, 1-се лицейҙың сығарылыш уҡыусыһы:
- “Газпром”ға һәм ҡалаға, ата-әсәйҙәребеҙгә, уҡытыусыларыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлемен. Барыһы ла һәйбәт булды. Уҡырға Мәскәүгә барам – баш ҡаланың биш юғары уҡыу йортона документтарымды тапшырҙым.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Игорь Миронов сығарылыш уҡыусылары һәм уҡытыусылар менән формаль булмаған шарттарҙа осрашып аралашты. 100 балл йыйған уҡыусыларҙың остаздарына 30 мең һумлыҡ аҡсалата сертификаттар тапшырҙы.
Читайте нас: