газета "Салауат"
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Август 2020, 11:36

Хыялдары алып барыр яңы үрҙәргә

Мәктәп йылдары... Кеше ғүмеренең иң яҡты, күңелле, мөғжизәле һәм мәшәҡәтһеҙ мәле. Тик ун бер йылға һуҙылған ваҡыт та күҙ асып йомған аралағылай үтә лә китә икән шул. Алда - һөнәр һайлау, уның буйынса белем алыу бурысы. Ҡалабыҙҙың 25-се башҡорт гимназияһын тамамлаусы Лилиә Исхаҡова менән Гүзәлиә Латипова ла оло тормош юлына баҫыу алдында. Йәштәрҙе йыш ҡына әрләһәләр ҙә, улар араһында аҡыллы, тырыш, өмөтлө һәм маҡсатлы егет-ҡыҙҙар барыбер күберәк. Белем алырға, белем алғас, эш табырға, артабан ғаиләле, өйлө булырға, балалар тәрбиәләргә, халҡың өсөн файҙалы булырға - бына ошондай теләктәр, уй-хыялдар менән алға атлай улар. Был һылыуҡайҙар ҙа, һис шикһеҙ, үҙ маҡсаттарына ирешеү өсөн юлдарынан тайпылмаҫ, юғары үрҙәргә үрләр, бөтә булған ышаныстарҙы аҡлар әле.

Лилиә мәктәпте алтын миҙал менән тамамлаған. Документтарын Өфө вуздарына тапшырған һәм хәҙер һөҙөмтә көтә. БДИ-ны тапшырыу ауыр булманы, пандемияға ҡарамаҫтан, барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолғайны, тыныс шарттарҙа үтте. Имтихан да үтә ҡатмарлы тип әйтмәҫ инем, ауырҙары ла, еңелдәре лә булды, башта белем булһа, барыһын да үтеп була, ти Лилиә. Һылыуҡай киләсәктә үҙен химия менән бәйле өлкәлә күрә, шуға күрә лә тап ошо тармаҡ һөнәрҙәрен һайлаған һәм БДИ-ны ла рус теле, профиль математика һәм химия буйынса тапшырған. Мәктәптә лә ул тап математика, химия, биология кеүек фәндәрҙе яҡын күргән. Әммә башҡа предметтарға ла ҡыҙыҡһыныуы кәм булмаған. Мәҫәлән, башҡорт теленән олимпиадала ҡатнашып, республика кимәленә сыҡҡан. Тырыш ҡыҙ башкөлләй уҡыуға ғына китмәгән, ул гимназия нигеҙендә эшләп килгән сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеп, һүрәт төшөрөү оҫталығына өйрәнә. «Белем алыуҙан тыш, күңелеңә ятҡан шөғөлөң булыу ҙа мөһим. Ғөмүмән, яңы нимәгә тотоноуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй, әллә ниндәй һөҙөмтәләргә ирешмәгән хәлдә лә, тап ошо эшкә күңелеңде биреп башҡарыу әһәмиәтле, - ти Лилиә. - Мәктәбемде тик яҡшы хәтирәләр менән иҫкә аласаҡмын, сөнки бында иң мәрхәмәтле, балаларға ҡарата аңлаусан, изгелекле кешеләр эшләй. Шулай уҡ бында бала сағыма бәйле сағыу иҫтәлектәр күп. Әлбиттә, мин гимназиямды һағынасаҡмын, сөнки ул бит минең тормошомдоң бер өлөшө».
Читайте нас: