Сығарылыш класс уҡыусы-лары мәктәп ишеге алдында үҙ сиратын көтөп теҙелеп баҫҡан. Берәмләп кергән һәр баланың температураһы үлсәнә, паспорт мәғлүмәттәре сағыштырыла, битлек бирелә һәм аудиторияға индерелә. Унда туғыҙ уҡыусы һәм ике уҡытыусынан артыҡ кеше булырға тейеш түгел. Ҡабул ителгән саралар балаларҙы ҡурҡытамы? Юҡ. Уларҙың күпселеге буласаҡ һөнәрҙәрен һайлаған. Имтихан тапшырыуҙың ябай булмаған шарттары оло тормошҡа тәүге аҙымдарҙың береһе булып тора.
- Сығарылыш имтиханына уҡыусыларҙың яҡшы кәйеф менән килеүе һөйөндөрә. Беҙ йомғаҡлау аттестацияһы тыныс, хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттарҙа үтһен өсөн барыһын да эшләргә бурыслы. Һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, егет-ҡыҙҙар илебеҙҙең юғары уҡыу йорттарында белем алыуҙарына ышанам, - тине Игорь Миронов.
Тест эштәрен үтәгәндә көндәрҙең эҫе тороуы кире йоғонто яһамаһын өсөн уҡыусыларға ҡағиҙәгә ярашлы үҙҙәренә уңайлы йәйге кейемдә килергә рөхсәт ителгән. Бынан тыш, һәр береһенең шешә менән һыуы бар ине. Ойоштороусылар ҙа мәктәптә һыулы кулер һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған стакандар ҡуйған. Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк, имтихан үткәреү пунктында эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тәртип булыуҙы тәьмин итә, ә медицина хеҙмәткәрҙәре көтөлмәгән хәл килеп сығыуҙы контролдә тота.
- Мине, тәү сиратта, хәүефһеҙлек мәсьәләһе борсой. Процесс нисек ойошторолған, санитар-эпидимеологик нормалар, норматив ҡағиҙәләр күҙәтелгәнме, балаларға имтихан тапшырыу уңайлымы. Сөнки уҡыусыларҙы бер нәмә лә борсорға тейеш түгел. Бында барлыҡ хәүефһеҙлек саралары күҙәтелгән, минеңсә, имтихандарҙы үткәреү пункты тулыһынса әҙер. Дөйөм алғанда, мин ҡәнәғәт ҡалдым, - ти өҫтәне Игорь Миронов.