газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Июнь 2020, 10:56

Балалар менән тауышлы уйын

Балалар йыш ҡына оҡшаш өндәрҙе дөрөҫ айыра алмау арҡаһында хаталы һөйләшә, “ш-ж”, “с-з”, “ц-з” өндәрен бутай. Мәҫәлән, улар “шапка” урынына “сапка” ти. «Машина» һүҙе урынына «мафина» тип әйтәләр, сөнки уларға өндәрҙе айырыуы ауыр. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа фонематик ишетеү һәләтен үҫтереүҙе иғтибарға алырға кәрәк.

Сабыйҙар өндәрҙе, һүҙҙәрҙе айыра алһын өсөн, уларҙы төрлө ҡыҙыҡлы уйындарға йәлеп итеү мөһим. Һәр ерҙә уйнарға була: автобуста, аш-һыу бүлмәһендә, табиптың ҡабул итеүен көткәндә, киске аш әҙерләгәндә.
Өлкәндәр балаларҙы бесәй кеүек “мяу” тип әйттерә, улар ҡысҡырып әйтһә, тимәк, бесәй эргәһендә һәм ашарға һорай, шым - бесәй ишек артында, юғары тауыш менән - бесәй балаһы, түбән тауыш менән - ҡарт бесәй. Шулай уҡ дауам итергә мөмкин: “иго-го” - ат, “гав” - эт, “ква-ква” - тәлмәрйен һ.б.
Ололар: “Хәҙер мин әйтәм, ә һин яуап бир”. «Ә-ә-ә». Бала: «Бала илай. Йырсы йырлай». Өлкәндәр: «О-о-о». Бала: «Әсәй ғәжәпләнә». «Ш-ш-ш» - «урман шаулай, поезд», «с-с-с» - «ел һыҙғыра», «ж-ж-ж» - «ҡуңыҙ», «з-з-з» - «серекәй, бал ҡорто».
Әгәр балаларға әкиәт геройҙары килһә, бигерәк тә яҡшы. Изге күңелле, хәстәрлекле Айболит, аҡыллы һәм уйлап табыусы төлкө, ҡуян, әтәс һәм башҡалар. Иң ҡатмарлы осраҡта ла һөйөү һәм сабырлыҡ менән шөғөлләнгәндә сабыйҙар еңел һөйләшә башлар.
Т.Панькова,
тәрбиәсе.
Читайте нас: