газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Июнь 2020, 10:40

Бала саҡтың татлы миҙгелдәре

Ҡыйынлыҡ-ҡатмарлыҡтарға дусар булған кеше тормоштоң ҡәҙерен нығыраҡ белә, тиҙәр. Был, ысынлап та, шулай. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында уҙғарылған һүрәттәр конкурсы ла ошо хаҡта һөйләй.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата “Әсә йөрәге” ойошмаһы, ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар һәм атайҙар советы берләшеп, “Бәхетле бала саҡ” тип исемләнгән онлайн-конкурс иғлан итә.
- Быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн киң күләмдә үткәреп булманы. Әммә, һеҙгә афарин, тип әйтергә генә ҡала. Үҙ аллы изоляция шарттарында ла ҡул ҡаушырып ултырмағанһығыҙ, матур-матур эштәр башҡарғанһығыҙ, уларға һоҡланып туймаҫлыҡ. Киләсәктә лә шулай әүҙем булығыҙ, һәләтегеҙҙе күрһәтегеҙ. Иң мөһиме, әлеге хәүефле осорҙа үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, - тип мөрәжәғәт итте ҡала хакимиәте башлығы-ның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Дилбәр Мостафина.
Конкурста ҡатнашыу шарт-тары әллә ни ҡатмарлы булма-ған.
- Эштәрҙе “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдәге альбомға урынлаштырырға ғына кәрәк ине. Ниндәй генә теманы һайламаған улар, һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле, сағыу, матур. Материалдарҙың да төрлөһөн ҡулланғандар. Кемдер пластилинға өҫтөнлөк биргән, кемдер буяуҙы үҙ иткән, хатта ағастан эшләнгәндәре лә булды. Йәмғеһе 14 ҡыҙ һәм малай ҡатнашырға теләк белдерҙе, ә эштәр һаны - 13. Сөнки ике бер туған коллектив эш тәҡдим итте. Һөйләшеп-кәңәшләшкәндән һуң, барыһын да еңеүсе тип танырға ҡарар иттек. Бүләкләү тантанаһы Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында уҙҙы. Карантин осоро булғанға, бөтә хәүефһеҙлек талаптарын да үтәнек. Сарала ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы, “Изгелек ҡылайыҡ” хәйриә фонды вәкилдәре лә булды. Шөкөр, дуҫтарыбыҙ бихисап. Улар ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер. Бик матур бүләктәр тапшырылды. Араһында китаптар, ижад итеү, үҫеш өсөн йыйылмалар, тәмлекәстәр һәм башҡа бик күп файҙалы әйберҙәр бар ине. Уҡытыу-методика үҙәге дипломдар әҙерләгәйне. Йөрөй алмаған балаларҙың өйҙәренә үҙебеҙ барып ҡотланыҡ. Барыһы ла шат һәм ҡәнәғәт ҡалды, - тип һөйләй “Әсә йөрәге” ойошмаһы рәйесе Мария Дорофеева.
Эштәр араһында 13 йәшлек Данила Хәсәновтың (һүрәттә) сағыу һүрәте иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалманы. Ул Еңеүҙең 75 йыллығына арнап ижади эш башҡарған һәм “Бәхетле бала саҡ өсөн рәхмәт” тип атаған. Хатта үҙ ҡулдары менән хәрби техника - танк та эшләгән. Шул рәүешле ул аяҙ күк йөҙө бүләк иткән ветерандарға рәхмәт белдергән.
- Был эште ысын күңелдән башҡарҙым. Бәхетле бала саҡ өсөн олатайҙарыбыҙға сикһеҙ рәхмәт. Улар тыныслыҡты яулап алмаһа, ошондай матур тормошта йәшәр инекме?! Балаларҙы яҡлау көнө лә беҙҙең ғаиләлә һәр ваҡыт ҙур байрам булараҡ билдәләнә. Быйыл етмәһә ойоштороусыларҙан матур бүләктәр алып та ҡыуандыҡ, - ти Данила.
Был көндө ҡаланың башҡа бик күп ойошмалары ла тормош йәме булған балалар өсөн онлайн-саралар уҙғарҙы.
Читайте нас: