газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Май 2020, 13:12

Өйҙә уҡырға ярҙам ит

Мәғлүм булыуынса, апрелдә уҡыусылар дистанцион уҡыуға күсте. Аңлашыла, бындай заманса алым өсөн компьютер техникаһының булыуы төп шарттарҙан һанала.

Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә ғаиләләрҙең дә матди хәл бер төрлө түгел шул. Бындай техникаларҙың хаҡы ла ҡиммәт кенә. Шул сәбәпле, күп уҡыусылар дистанцион уҡыуҙан мәхрүм ҡалды. Был проблеманы хәл итеү йәһәтенән, ошо көндәрҙә „Берҙәм Рәсәй“ тарафынан ғәмәлгә индерелгән „Өйҙә уҡырға ярҙам ит“ федераль программаһы нигеҙендә республика муниципалитеттарындағы күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн 500 планшет тапшырылды. Урындарҙа улар аныҡ адресаттарға - сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарға инә алһын өсөн ХI класс уҡыусыларына таратылды.
- Ҡатмарлы эпидемиологик осорҙа имтихан тапшырған балалар өсөн дистанцион уҡырға күсеү айырыуса мөһим. Ун беренсе кластар төрлө программаларҙан файҙаланып, сығарылыш имтихандарына әҙерләнә аласаҡ. Башҡортостан Башлығының ярҙамы менән республикала ошо проект тормошҡа ашырыла, 500 планшет һатып алынды, - тине республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Ҡулайламалар белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн тапшырыла. Улар „Берҙәм Рәсәй“ҙең төбәк бүлексәһе Секретары, республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Рәсәй юристары ассоциацияһы тарафынан бүленгән аҡсаға һатып алынған. Быға тиклем 200-гә яҡын ғаилә техника менән тәьмин ителгәйне. Уларҙы төрлө кимәлдәге депутаттар, ойошмалар, эшҡыуарҙар, хәлгә битараф булмаған кешеләр тапшырҙы. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары был эште үҙ көстәре менән атҡарып сыҡҡан.
- Ҡалала бөтәһе 14459 уҡыусы иҫәпләнә. Дистанцион уҡыуға бөтәһе лә күсеп бөттө. 6 майға ҡарата уҡыусыларҙың 98 проценты онлайн-режимда уҡыны. Онлайн формат - ул электрон һәм мультимедиялы уҡыу материалдарын файҙаланып үткәрелгән дәрес. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай алымды ҡулланырға бөтәһенең дә мөмкинлеге булманы. Балалар ҡағыҙ кейстар буйынса белем алды, уҡытыусы менән тере аралашыуҙан мәхрүм ҡалды. Ярай әле, мәрхәмәтле кешеләр бөтмәгән ер йөҙөндә. Бындай ғаиләләргә „Берҙәм Рәсәй“ партияһының урындағы бүлексәһе „Өйҙә уҡырға ярҙам ит“ Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы сиктәрендә ҡалаға ярҙам күрһәтте. Уҡытыусылар, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре бындай изгелектәре өсөн депутаттарға, предприятие етәкселәренә сикһеҙ рәхмәт белдерә, - ти уҡытыу-методика үҙәге директоры Марина Вишева.
Шулай итеп, „Салауатбыяла“ йәмғиәте (директоры Сергей Агуреев), „Газпромнефтехим Салауат“ йәмғиәте (директоры Азат Кәримов), „Юрматы“ хәйриә фонды (Воскан Мирзоев), ҡала Советы депутаты Владимир Темников 11 мохтаж ғаиләне компьютер техникаһы менән тәьмин итте. Ә „Уфанет“ йәмғиәтенең Башҡортостандың көньяҡ төбәге буйынса филиалдар директоры Рөстәм Ғәлиев аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе бушлай интернет селтәренә тоташтырҙы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, „ОргНефтеГаз“ фәнни-етештереү берләшмәһе дирек-торҙары Советы рәйесе Тимур Хәкимов дистанцион уҡыуҙы ойоштороу өсөн уҡытыусыларға биш ноутбук тапшырҙы.
Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тиҙәр. Берлектәге дөйөм эш менән был кешеләр күпме ғаиләгә ҡыуаныс бүләк итте.
Читайте нас: