Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Май 2020, 11:08

Дикторҙарҙы тыңланыҡ, диктантты яҙҙыҡ

Уҙған шәмбе башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты онлайн форматта яҙҙыҡ. Сараны бындай рәүештә уҙғарырға бөтә донъялағы киҫкен эпидемиологик хәл мәжбүр итте. Уны республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.

Тура тапшырыу Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә барҙы. Алтынсы тапҡыр уҙғарылған диктанты Башҡортостанда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә яҙҙылар. Бының өсөн рәсми сайтта теркәлеү үтергә кәрәк ине. Диктант яҙыуҙа республиканың бөтә муниципаль ҡала-райондары ғына түгел, ә ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә теләп ҡатнашты. Ике сәғәт барған эфирҙа АҠШ-тан, Швейцариянан, Пермь өлкәһенән, Татарстан Республикаһынан тура эфирға сыҡтылар. Әгәр былтыр ҡатнашыусылар һаны 70 меңдән ашыу булһа, быйыл, ойоштороусылар әйтеүенсә, 305600 кеше белемен һынарға теләк белдергән, шул иҫәптән 39214 ҡатнашыусы Рәсәй төбәктәренән, 3395-е - сит илдәрҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ. Улар араһында Санкт-Петербург, Первоуральск, Каменск-Уральск, Екатеринбург, Кировоград, Мәскәү, Ноябрьск ҡалаларынан, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Краснодар крайынан, Саха (Яҡут) Республикаһынан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан (Нур-Солтан, Алматы), Швейцария (Женева), АҠШ (Лос-Анджелес, Нью-Йорк), Германия, Испания, Эстония, Төркиә (Истамбул, Анталия), Германия (Берлин), Ҡытайҙан (Пекин, Гуанчжоу) һәм башҡа илдәрҙән белемен һынап ҡарарға теләгәндәр булды. Айырыуса Әбйәлил, Асҡын, Күгәрсен, Учалы, Дыуан, Көйөргәҙе, Кушнаренко, Ҡариҙел, Салауат, Хәйбулла, Яңауыл райондары әүҙемлек күрһәткән. 51 345 кеше башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙған. Иң кесе ҡатнашыусы Баймаҡ районынан биш йәшлек бала булһа, иң олоһо - Ишембай районынан 96 йәшлек ветеран. Сара тамамланыу менән эштәрҙе фотоға төшөрөп bashkdictant.ru сайтындағы шәхси кабинетҡа һалырға йә иһә [email protected] электрон почтаға ебәрергә була ине. Рәсми һөҙөмтәләр шул уҡ сайтта 30 апрелгә тиклем торасаҡ.
Программа өс блокка бүленгәйне: телде яңы өйрәнә башлағандар өсөн - ябай, башҡортса яҡшы белгәндәр өсөн - ҡатмарлы һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр өсөн - айырым текст. Диктант тексын мультиинструменталист һәм шоумен Заһир Зәйнетдинов, “Хәбәрҙәр” программаһын алып барыусы Флүрә Мурзина һәм яҙыусы-сатирик, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Марсель Сәлимов уҡыны.
Сарала республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
- Бөгөн башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙабыҙ. Мин дә ҡатнашырға ниәт иттем. Беҙҙең өсөн «Башҡорт диктанты» проекты ныҡ кәрәк. Ул беҙҙе, беренсенән, берләштерә. Икенсенән, башҡорт телен өйрәнергә яңы стимул бирәсәк. Был заманда бергә булырға тейешбеҙ. Барыбыҙға ла уңыштар теләйем, - тине ул.
Мин, шәхсән, икенсе төркөмдә яҙҙым. Был формат ҡәҙимгенән артыҡ айырылмаһа ла, ниҙер етмәгән кеүек тойолдо миңә. Шундай мәлдәр булды, икеләнгән, нимәлер һорағы килә, ә мөмкинлек юҡ.
Флүрә Ишбулат ҡыҙы ла быйылғы сараның үҙенсәлекле булыуын билдәләне.
- Онлайн уҡыу миңә бер ниндәй ауырлыҡ та тыуҙырмай. Тик, шулай ҙа, бөгөн бер аҙ тулҡынланам. Сөнки нисәмә меңләгән кеше минең уҡығанды тыңларға ғына түгел, ә яҙырға ла тейеш. Быйылғы диктант яҙыу айырыуса үҙенсәлекле килеп сыҡты, - тине ул.
Марсель Сәлимов иһә үҙенең текст уҡыр мәле еткәс, бер аҙ шаяртып та алды.
- Бөгөн беҙ республика тарихында беренсе тапҡыр диктантты төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙасаҡбыҙ. Әҙәби телдә диктант яҙыу ул уйын ғына, ә бына төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙып ҡарағыҙ, - тине Марсель Шәйнур улы.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, төньяҡ-көнбайыш диалектының ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү - халҡыбыҙҙы туплауҙың бер юлы ул.
Беҙҙең ҡала ла был акцияла әүҙемлек күрһәтте. Шуны билдәләргә кәрәк, күптәр ғаиләләре менән бергә яҙҙы. Әйтәйек, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Буранғолова - улы, ойошма ағзалары Гөлнара Сәйфетдинова - ике апаһы, ҡустыһы, ҡыҙы, Миңнур Ғәбитова ҡыҙы менән яҙған. «Аҡбуҙат» ойошмаһы рәйесе Ишбулат Лоҡманов был эште тормош иптәше һәм ҡыҙҙары менән бергә башҡарған. Бындайҙар бихисап.
Әлфиә Тимербулатова, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы:
- Бәләкәйҙән башҡорт әкиәттәрен һәм эпостарын тыңлап үҫтек. Тәүге тапҡыр Урал батыр эпосын өләсәйем Ғәзимәнән ишеттем. Ерҙәге тормош хаҡына Урал батырҙың үҙен ҡорбан итеп, тере һыуҙы эсмәүенән, ә үҙе, һәләк булып Урал тауҙарына ҡайтыуынан йөрәгем өҙгөләнер ине. Ә атайымдың милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәм башҡа бик күп бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһында һөйләүе халҡым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо булдырҙы. Ғаиләмдә лә телгә, мәҙәниәткә ҡарата булған ихтирам һәм һөйөү йәшәй. Үҙ телебеҙҙә иркен аралашабыҙ. Балаларыбыҙҙың беҙгә «атай» «әсәй» тип өндәшеүҙәренән күңел шатлана. Үҙ халҡының патриоты булараҡ, кешеләрҙең тамырҙары менән ҡыҙыҡһына башлауы, шәжәрәләрен төҙөүе, дингә ҡайтыуҙары һөйөндөрә, йәштәр күпләп мәсеткә йөрөй, ураҙа тота. Ә бит туған телебеҙҙә һөйләшергә оялған ваҡыттар ҙа булды. Был бер башҡорт теленә генә ҡағылманы. Башҡорт теленән диктант яҙып күңелдәребеҙҙе байыттыҡ, илһам алдыҡ. Республиканың ғына түгел, хатта сит илдә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә тулҡынланыу менән сара башланыуын көттө. Был башҡорт теле йәшәй, тигәнде аңлата. Билдәле шәхестәребеҙҙең тексты уҡыуы бик оҡшаны. Улар минең өсөн башҡорт халҡының өлгөһө булып тора. Филологтар тарафынан текстар уңышлы һайланған. Уларҙа башҡорт халҡының көслө характеры асыла, яҡташтарыбыҙҙың, ауырлыҡтарға ҡарамай, ҡурайы һәм моңо менән тик алға барыуҙары һүрәтләнә. Диктант яҙыуҙа ҡаланың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, музыка колледжы ла теләп ҡатнашты. Хатта рус милләтле кешеләр ҙә башҡорт телендә яҙып ҡарарға тәүәккәллек итте.
Зөлфиә Хәсәнова, уҡытыу-методика үҙәгенең туған телдәр буйынса методисы:
- Яҡынса иҫәп буйынса, ҡалала 1500-ҙән ашыу кеше теркәлеп, яҙма эш башҡарҙы. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре, айырыуса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҙур эш башҡарып сыҡты. Былтыр 1230 кеше булһа, быйыл хатта үҙ аллы изоляция шарттарында ла ҡатнашыусылар һаны күберәк. Уҡытыусылар балаларҙы, ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырып, йәлеп итә алды был эшкә. Мин дә тормош иптәшем, ике улым менән яҙҙым. Уртансы улым беренсе төркөмдә яҙһа, беҙ өсәүләшеп икенсе төркөмдө һайланыҡ. Текстар матур уҡылды. Тәүге тапҡыр диалектта яҙыу ҙа - сараның бер үҙенсәлеге. Башҡортостандың һәр районы үҙенең диалекты менән айырыла. Төньяҡ-көнбайыш диалекттын айырып күрһәтеү ыңғай күренеш, тип уйлайым. Шул диалектта һөйләшкәндәрҙең башҡорт булыуын таныу ул.
Азат Юлтимеров, Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе:
- Салауаттар был акцияла әүҙем ҡатнашты. Мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларына, колледждарға афарин тип әйтергә ҡала. Йәмәғәт ойошмалары диктантҡа тотош ғаиләләрен йәлеп итте: ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа, олатай-өлөсәйҙәр ҙә яҙҙы. Быны социаль селтәрҙәге фотоһүрәттәрҙән асыҡ күрергә була. Ҡоролтай ағзалары Фруза Хәбибуллинаға, Әлфиә Тимербулатоваға, Айгөл Ҡәҙерғоловаға, Зөлфиә Ишембәтоваға, Рәшиҙә Буранғоловаға, «Аҡбуҙат» ойошмаһы рәйесе Ишбулат Иҫәнбаевҡа, ата-әсәләр комитеты рәйесе Фәнүр Байрамғоловҡа рәхмәтемде белдерәм. Был сарала ҡатыным менән ҡыҙым да ҙур теләк менән ҡатнашты. Дикторҙар булып: үҙ эшенең оҫтаһы Флүрә Мурзинаның, үткер телле Марсель Сәлимовтың, йәш артист Заһир Зәйнетдиновтың сығыш яһауы күңелгә хуш килде. Көнө буйы фекерҙәребеҙ, тәьҫораттарыбыҙ менән уртаҡлаштыҡ, барыһының да кәйефе күтәренке булды. Башҡа район-ҡалаларҙағы ҡоролтай рәйестәре менән дә аралаштым. Уларҙың барыһы ла бер фекерҙә ине: төп мәғәнә диктантты нисәгә яҙыуҙа түгел, ә туған телен һөйөүселәрҙең берләшеүендә. Ойоштороусылар тексты Бөйөк Ватан һуғышындағы батырҙарға, атап әйткәндә, Рәсәй Геройы генерал Миңлеғәли Шайморатовҡа арнап дөрөҫ эшләгән. Яңы саралар, дуҫтар менән яңы осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ.
Рәшиҙә Буранғолова, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе:
- Сараның мәртәбәһе йылдан-йыл арта бара. Был турала уның ҡатнашыусылары һанының күбәйеүе лә һөйләй. Быйыл акцияға ҡушылырға әллә нисәмә тапҡырға артығыраҡ кеше теләк белдергән бит. Бындай хәлдең әлегә тиклем булғаны юҡ ине әле. Диктантты күп тапҡырҙар яҙғаным да, уҡығаным да булды. Шуға күрә бындай формат бер ҙә ауырлыҡ килтермәне. Мин үҙем икенсе төркөмдә яҙҙым. Диктор Флүрә Мурзина тексты аңлайышлы, тасуири уҡыны. Яҡшы билдә алғанмындыр, тип уйлайым.
Читайте нас: