Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Март 2020, 10:47

Заман менән бергә атлай уҡытыусы

Республиканың ғына түгел, ә Ырымбур, Силәбе һәм Һамар өлкәләренән дә килгән рухлы, талантлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусыларға “Методик портфолио”, Милли костюмдар презентацияһы”, “Дәрес”, “Дәрестән тыш сара”, “Оҫталыҡ класы”, “Мәғариф проекты”, “Асыҡ лекция”, “Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле” кеүек белем биреүсене төрлө яҡлап асырға булышлыҡ иткән һынауҙарҙы үтергә тура килгән. Баһалама ағзалары әйтеүенсә, быйылғы бәйге бик көсөргәнешле барған. Беҙҙең ҡаланан конкурсҡа үҙ көсөн һынарға 25-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Көнһылыу Хасаева барҙы. Бөгөн ул бәйге хаҡындағы тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

- Төн йоҡламай конкурсҡа әҙерләнгән ваҡыттар артта ҡалды. Быйыл конкурста 56 уҡытыусы ҡатнашты. Аҙна буйы барған бәйге, ысын мәғәнәһендә, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу яланына, тел һәм рухиәт байрамына әүерелде.
Бәйге “Милли костюмдар презентацияһы” тип аталған сағыу конкурс менән башланып китте. Был конкурс төрө яңы булыуға ҡарамаҫтан, бөтәһе лә ентекле әҙерләнгәйне. Башҡорт милли кейеменең төрлөлөгөн, һәр төбәккә хас үҙенсәлеген күрҙек. Баш кейемдәре, ырыу тамғалары сигелгән ҡашмауҙар, селтәр, һаҡалдар, сағыу биҙәкле алъяпҡыстар - иҫ китмәле күренеш!
Дәрес һәм дәрестән тыш сараны һәр кем айырым күрһәтһә, “Оҫталыҡ класы” беҙҙе тағы бер майҙансыҡҡа йыйҙы. Һәр уҡытыусы үҙенең тәжрибәһе, уңышлы эшләү алымдары менән бүлеште. Өсөнсө турға 28 конкурсант үтте. “Мәғариф проекты” конкурсында командала эшләһәк, “Асыҡ лекция”ла уҡытыусы өс минут эсендә бирелгән теманы асып һалырға тейеш ине. Бәйгенең аҙаҡҡы конкурсы - “Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле”ндә ҡатнашыу бәхете 15 уҡытыусыға тейҙе. “Түңәрәк өҫтәл”дә донъяуи башҡорт теле тураһында фекер алыштыҡ, тәҡдимдәр менән бүлештек.
Мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыуыма шатмын. Конкурс минең өсөн ҙур тәжрибә һәм һынау мәктәбе булды. Рухлы, көслө, яңы идеялы уҡытыусылар менән таныштым, улар менән дуҫлашып, туғанлашып бөттөк. Жюри ағзалары ла быйылғы конкурстың, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, йәнлерәк һәм юғарыраҡ кимәлдә үтеүен, конкурстанттарҙың әҙерлек кимәле һәйбәт булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Финалсылар рәтенә инеү - минең өсөн үҙе бер еңеү. Шуны ла әйтеп үткем килә, был бер минең генә уңышым түгел, бала саҡтан туған телемә һөйөү, ғорурланыу тәрбиәләгән ата-әсәйем, өләсәйем, тәүге уҡытыусым Суфия Шәрифулла ҡыҙы, мәктәп, институт йылдарында белем асҡыстары биргән остаздарымдың уңышы ла ул. Бәйгелә ҡатнашыу - бер генә кеше атҡарып сыға торған эш түгел. Ғаиләңдә, мәктәбеңдә һине аңлап, ярҙам итеп торған хеҙмәттәштәрең бар саҡта ғына, ышаныслы сығыш яһап, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп була. Мине аңлаған, терәк булған тормош иптәшемә, яҡын-дарыма, дуҫтарыма, коллегаларыма ҙур рәхмәт. Конкурстан тик йылы тәьҫорат-тар ҡалды. Мәғариф министрлығының Дипломын, сертификаттар һәм бүләктәр алып ҡыуандыҡ. Башҡалар ҙа ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашыуҙан ҡурҡмаһын ине. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, - тине Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы.
Читайте нас: