Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Март 2020, 11:04

Кескәй ҡыҙсыҡтарға сағыу байрам

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һылыуҡайҙар өсөн “Принцессалар балы” үтте. Тәүҙә был мөғжизәле байрам беренсегә беҙҙең ҡалала ойошторолһа, һуңынан Салауат сибәркәйҙәре республика балында ла ҡатнашты.

Ҡаланың Балалар ижады һарайында уҙған байрамда ҡыҙсыҡтар үҙен әкиәт донъяһына эләккән принцесса итеп тойҙо. Сөнки ойоштороусылар улар өсөн сихри мөхит булдырырға тырышҡайны. Уларҙы ижад һарайына ингәндә үк төрлө костюмдарҙағы геройҙар ҡаршы алды һәм шарҙарҙан эшләнгән арка аша, көй-моң аҫтында баҫҡысҡа тиклем оҙатып барҙы. Һуңынан феялар принцессаларға матур беләҙектәр тағып, икенсе ҡатҡа алып барҙы. Бында инде ҡыҙсыҡтар аквагрим эшләтә алды, корона яһау буйынса оҫталыҡ дәресенә ҡушылды, фотоға төшөү өсөн махсус урын булдырылғайны. Принцессалар матур прическалары, күлдәктәре менән һоҡландырҙы. - Барыһына ла билдәле булыуынса, һәр ҡыҙыҡай әкиәттәгесә балда булырға хыяллана. Ололар ҡыҙсыҡтар өсөн әкиәти һәм уңайлы мөхит тыуҙырыу өсөн бөтәһен дә булдырған. Был ысын мөғжизә. Хәҙер тулҡынландырғыс байрам матур йолаға әйләнәсәк. Сөнки баланың шатлыҡтан йылмайыуынан да ихласыраҡ нимә юҡ, - тине ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов. Бал асылғас, “Дуҫлыҡ.ru”, “Йондоҙлоҡ” хореография төркөмдәре сығыш яһаны. Һуңынан хәрби кейемдәге 2-се кадет мәктәбе уҡыусылары принцессаларҙы уларҙың тормошонда беренсе тапҡыр вальсҡа саҡырҙы. Ҡыҙсыҡтар ихлас бейергә төштө. Феялар принцессаларҙың әсәләренә матур сәскә гөлләмәләре бүләк итте. Ҡыҙҙар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Байрамға балалар ҙа, ололар ҙа шат ине, байрамға саҡырылған һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм “Росточек” балалар йортонан 42 бала үҙен ысын принцесса итеп хис итте.“Бәләкәй принцессалар балы” тәүҙә респуб-ликаның баш ҡалаһында уҙғарыла. Хәҙер уны тергеҙеү менән Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова шөғөлләнә. 2020 йылдан был масштаблы хәйриә проектына республиканың барлыҡ ҡалалары һәм райондары ла ҡушыла.
Читайте нас: