газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Март 2020, 11:09

Кем шәберәк? Етеҙерәк?

10 мартта 25-се башҡорт гимназияһында “Зарница” республика хәрби-спорт уйындарының муниципаль этабы уҙҙы.

Маҡсаты - сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, йәш-тәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү. Быйыл ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.- Был сара йылдан-йыл уҙғарылып килә. Балаларҙы физик һәм рухи яҡтан сыныҡ-тырыу, патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән әһәмиәте ҙур уның. Үҫмерҙәр йәштән сынығып үҫһә, киләсәк тормоштарында еңелерәк була. Айырыуса армияға барыусы егеттәргә кәрәк был. Ярыштарҙа ҡала мәктәптәренән бөтәһе 16 команда көс һынаша. Иң яҡшыһы тип танылған команда ҡала намыҫын республика кимәлендә яҡлаясаҡ, - тине “Йәштәр армияһы”ның урын-дағы бүлексәһе етәксеһе Илдус Мөсәлимов.Бына ярыштар башланып китте. Автоматты һүтеп йыйыу, пневматик винтовканан атыу, противогазды ваҡытҡа кейеү - ярыштың төп йүнәлештәре ошо ине. Бынан тыш, егет-ҡыҙҙарҙан йүгереүҙә, турникта күтәрелеүҙә, кәүҙәне иҙәндән күтәреүҙә үҙҙәрен күрһәтеү талап ителде.Ҡарап торам, йәштәр етеҙ, шәптәр, уларҙың физик әҙерлеген яҡынса төҫмөрләргә мөмкин.- Егеттәрҙең турникта күтә-релеүен баһалап ултырабыҙ. Өс минут эсендә мөмкин тиклем күберәк күтәрелергә кәрәк. Әлеге ваҡытҡа иң күп күтәрелгәне 18-се мәктәп - 29 тапҡыр. Уҡыусыларҙың дөйөм әҙерлеге ҡәнәғәтләндерерлек. Бөгөн, башлыса, 7-8 класс уҡыусылары ҡатнаша. Улар 10 тапҡыр күтәрелһә лә бик яҡшы. Ә бында, ана, ниндәй һөҙөмтә күрһәтәләр. Күренеп тора, был егеттәр мәктәптәге физкультура дәресе менән генә сикләнмәй, ә өҫтәмә шөғөлләнә, - ти судьяларҙың береһе, 17-се мәктәптең тор-мош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Ағзам Ибраһимов.Автоматты һүтеп йыйыу буйынса ярыштарҙы күҙәтеү бик мауыҡтырғыс булды. Иң мөһиме бында егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Ҡайһы берҙәре хатта егеттәрҙән дә уҙҙырып ебәрҙе. Әйтәйек, 11-се мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы Азалия Ғафарова был эште бергә ярышҡан егеткә ҡарағанда күпкә алдараҡ тамамланы.- Беҙ быға тормош хәүеф-һеҙлеге нигеҙҙәре дәрестә-рендә өйрәндек, әҙерләндек. Әле лә ҡаушаманым. Бындай әҙерлек һәр кемгә кәрәк. Тыуған илде һаҡлау - һәр кемдең изге бурысы. Киләсәктә хәрби булырға хыялланам, - ти Азалия.Шулай итеп, “Зарница” гөрләп үтте. Ярыш һөҙөмтә-ләре буйынса еңеүселәр ҙә билдәләнде.- Бөгөн 21-се мәктәп иң-иңе тип танылды. Икенсе урында - 1-се лицей, 25-се гимназия өсөнсө урынға сыҡты. Призлы урындар яулаусы коман-далар, шулай уҡ шәхси зачетта яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүсе-ләр мәғариф идаралығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Хәҙер инде еңеүсе командаға респуб-лика кимәлендә лайыҡлы сығыш яһарға ҡала, - ти ярыштарҙың баш судьяһы, 25-се башҡорт гимназия-һының тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Венер Сөләймәнов.
Читайте нас: