Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Март 2020, 11:30

Хыялдарға ҡанат ҡуйҙы «Тере һүҙ»!

Элек-электән халҡыбыҙ сәсәндәрҙе, ҡобайырсыларҙы, бәйет һөйләүселәрҙе һанлаған, хөрмәт иткән. Ошо һөйөү шиғриәткә лә күскән. Күңелдә йөрөткән тойғоларҙы шиғри юлдарға һалыу, шағирҙарҙың ижадын тамашасыны илатырлыҡ, тетрәндерерлек итеп һөйләй белеү - ул үҙе маһирлыҡ.

Республикабыҙҙа өсөнсө йыл рәттән «Тере һүҙ» шиғри оҫталыҡ буйынса республика йәштәр конкурсы уҙғарылып килә. Быйыл ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Шиғри оҫталыҡты, поэтик әҫәрҙе нәфис һәм музыкаль уҡыу маһирлығын билдәләү йәһәтенән уҙғарылған был бәйгене Мәҙәниәт министрлығы һәм республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо. Бәйгелә 16-нан 35 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнашты.
Быйылғы конкурстың тәүге турына (ул ситтән тороп үткәрелде) 100-ҙән артыҡ видеояҙма ебәрелгән. Икенсеһенә 40 кеше һайлап алынған. Шулай итеп, мин дә киләһе турға үтеп, Өфөлә ике көн дауамында бөтә республиканан йыйылған бәйгеселәр менән көс һынаштым. Конкурс программаһына ярашлы, жюри ағзалары оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙе.
Шиғыр һөйләүселәр бәйгеһен мәртәбәле жюри: Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының баш режиссёры, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Рөстәм Хәкимов; журналист, шағир, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, «Мосафир» ижади ойошмаһы етәксеһе Азамат Юлдашбаев; кино һәм театр актрисаһы, Йәш тамашасы театрының баш режиссеры Полина Шабаева; Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөтә Рәсәй шиғыр һөйләүселәр бәйгеләре лауреаты Владимир Кузьмичев баһаланы.
Конкурс дүрт номинация буйынса үткәрелде: «Шиғри әҫәрҙе тасуири уҡыу», «Проза әҫәрен тасуири уҡыу», «Авторлыҡ шиғри әҫәрен тасуири уҡыу», «Авторлыҡ шиғри әҫәрен йырлап уҡыу» (авторҙың йыры). Ҡатнашыусыларҙың сығыштарының береһе Бөйөк Ватан һуғышына, Еңеүҙең 75 йыллығына арналырға тейеш булһа, икенсеһе өй, ғаилә, тыуған төйәк, тәбиғәт темалары хаҡында булыуы мөһим ине.
Ижади етәксем, башҡорт теле һәм әҙә-биәте уҡытыусыһы Сәүиә Бикмөхәмәтованың кәңәше һәм үҙемдең теләгем буйынса, мин беренсе йүнәлешкә Рәми Ғариповтың «Төштәр», икенсеһенә Мостай Кәримдең «Ҡоштар осорам» шиғырын һайланым. Бәйгегә бик тырышып, оҙаҡ ҡына әҙерләндек: шиғырҙарҙың һәр һүҙенә, образдарҙы асыусы идея-тематик йөкмәткеһенә иғтибар иттек. Тырышлыҡ бушҡа китмәне: «Шиғри әҫәрҙе башҡорт телендә тасуири уҡыу» номинацияһында 16 – 21 йәшлектәр араһында мин 2-се урынға лайыҡ булдым.
Өфөнән ҙур тәьҫораттар, яҡты хыялдар менән ҡайттым. Ошондай конкурстар беҙгә, йәштәргә, айырыуса кәрәк, тип уйлайым. «Тере һүҙ» бәйгеһендә ҡатнашыу ижади мөмкинлектәремде үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе.
Алина Сәмиғолова,
25-се башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы.
Читайте нас: