газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Март 2020, 11:34

Бай тарихлы милләтбеҙ

Быйыл Башҡортостанда IV Бөтә донъя фольклориадаһы уҙасаҡ. 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем барасаҡ Мәҙәни Олимпиада булараҡ ойошторолған сараға 80-гә яҡын илдән өс меңдән ашыу кешенең килеүе көтөлә.

Атамалы йыл сиктәрендә республикала төрлө саралар уҙғарыла башланы ла инде. Был эш хатта мәктәптәрҙә лә киң йәйелдерелә.
- План буйынса февралдән майға тиклем 18 мәктәптә «Мәктәп фольк-лориадаһы» уҙырға тейеш. Дүрт мәктәп быны атҡарып сыҡты. Ошондай сараның бөгөн 25-се гимназияла үтеүенә үҙебеҙ шаһитбыҙ, - ти уҡытыу-метдика үҙәгенең туған телдәр буйынса методисы Зөлфиә Хәсәнова.
Бында ысын байрам кәйефе һиҙелә. Бер урында көрәшселәр майҙан тота, физкультура уҡытыусылары спорт залында башҡорт уйындарынан торған Балалар һабантуйы ойошторған. Хеҙмәт дәресенән белем биреүсе Эльвира Ҡазиәхмәтова 7-се класс ҡыҙҙарына башҡорт балаҫтары һуғыу серҙәренә төшөндөрә. Уларҙың хатта башҡорт бейеүҙәрен өйрәнеү мөмкинлеге лә булды. 1-се һәм 5-се класс уҡыусылары өсөн башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте буйынса викторина ойошторолдо. Өлкәнерәктәр командаларға бүленеп ярышһа, бәләкәстәр кем уҙарҙан һорауҙарға яуап бирҙе, дәүләт символдарының нимә аңлатҡанын әйтте, Башҡортостан флагының һүрәтен дә төшөрҙө. Ә йыйылыштар залында матур концерт ҡарарға була ине. Гимназияның һәләтле балалары ҡурайҙа, фортепианола уйнап күрһәтте, йырҙар йырланы, дәртле бейеүҙәрен тәҡдим итте. Гимназияға 23-сө мәктәп уҡыусылары ла саҡырылғайны. Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы тигәндәй, 25-тәр, киреһенсә, уларға барҙы. Унда ла «Мәктәп фольклориадаһы» уҙа ине.
Читайте нас: