Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Февраль 2020, 10:57

Телгенәм - бергенәм

21 февралдә Туған телдәр көнө билдәләнде. Шуға бәйле, республиканың бар район-ҡалаларында диктант яҙҙылар. Быйыл ул Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналды.

Уҡытыу-методика үҙәгенең туған телдәр буйынса методисы Зөлфиә Хәсәнова әйтеүенсә, беҙҙең ҡалала диктантты өс телдә яҙғандар.
- Быйыл Сәғит Ҡадировтың «Урал бөркөтө» әҫәренән текст һайлап алынғайны. Ҡала мәктәптәрендә барлығы 18 майҙансыҡ ойошторолдо, яҙма эште барлығы 837 кеше өс телдә башҡарҙы. Уларҙың 470-е - рус, 346-һы башҡорт, 21-е татар телендә. Бынан тыш, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында ла майҙансыҡ эшләне. Башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Иҫәнғолова уҡыған әҫәр тексын уҡытыусылар һәм студенттар иғтибар менән тыңлап, хатаһыҙ яҙырға тырышты, - ти методист.
Башҡорт телен һөйөүселәр 25-се башҡорт гимназияһына йыйылды.
- Быйыл беҙҙең белем усағында барлығы 19 кеше башҡорт теленән диктант яҙҙы. Карантин булғанға күрә, уҡыусыларҙы бик йәлеп итмәнек. Шулай ҙа, бер нисә бала бар ине. Айырыуса йәмәғәт ойошмаларынан күп килделәр. Әйтәйек, Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров, «Аҡбуҙат», «Ағинәйҙәр» ойошмалары рәйестәре Ишбулат Иҫәнбаев, Рәшиҙә Буранғолова, «Ағинәйҙәр»ҙең ағзалары, әүҙем йәмәғәтсе Мәзит Әминев бар ине. 53-сө балалар баҡсаһынан да тәрбиәселәр бихисап булды. Гимназиянан башҡорт теле уҡытыусылары һәм ике рус теле уҡытыусыһы яҙҙы. Диктанттың тексын Зөлфиә Хәсәнова уҡыны. Һәр ҡатнашыусыға сертификат бирелде. Ике кеше генә «4» билдәһенә яҙҙы, ҡалғандарының барыһының да - «5». Һөҙөмтә бик һөйөндөрә, тимәк, кеше үҙ телен яҡшы белә, ҡыҙыҡһына, өйрәнә, - ти ойоштороусыларҙың береһе Лилиә Сәйғәфәрова.
Читайте нас: