- Башҡорт теле йылын «Алтын тирмә» уйыны менән асырға ҡарар иттек. Маҡсаты билдәле инде - башҡорт телен пропагандалау, уға ҡарата балаларҙа һөйөү тәрбиәләү. Күреүегеҙсә, сара башҡорт гимназияһында уҙа. Уның директоры Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы беҙҙе һәр саҡ аңлап тора, идеяларыбыҙҙы бойомға ашырырға булышлыҡ итә. Бөгөн дә гимназияның коллективы ҙур ярҙам күрһәтте. Бының өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тине ата-әсәләр комитеты рәйесе Фәнүр Байрамғолов.
Был бәйге республиканыҡынан бер ҙә кәм булманы. Бөтә нәмә еренә еткерелеп эшләнелгәйне. Уҡыусылар ике командаға бүленеп ярышты. «Дуҫлыҡ» командаһына гимназия уҡыусылары тупланһа, «Юрматы» командаһына 8-се лицейҙан, 11-се, 2-се кадет мәктәптәренән уҡыусылар йыйылғайны. Һәр дөрөҫ яуапҡа бер тәңкә бирелде. Һорауҙар әллә ни ауыр түгел ине, шулай ҙа улар уҡыусыларҙың йәшен иҫәпкә алып һайланылғайны. Улар, башлыса, республикаға, ҡалаға, телгә, халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәренә ҡағылды. Шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһе вәкиле Айгөл Ҡәҙерғолова, сценарий авторы, алып барыусы, Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы Радмир Дәүләтбаев та уҡыусыларға үҙ һорауҙарын әҙерләгәйне. Балалар кем уҙарҙан яуап бирҙе, зал эсе шау-гөр килеп торҙо. Класташтарына, уҡыусыларына көс-дәрт өҫтәргә дуҫтары, уларҙы әҙерләгән уҡытыусылары ла килгәйне. Шулай итеп, бер генә мәрәй менән уҙып китеп, «Дуҫлыҡ» командаһы еңеү яуланы. Дөрөҫөрәге дуҫлыҡ еңде, тип әйтергә кәрәктер. Сөнки уҡыусылар ул көндө яңы дуҫтар тапты, күңелле аралашты. Алып барыусы сара башында уҡ ҡатнашыусыларҙы иҫкәртеп ҡуйҙы: «Ғәҙел уйна! Еңелеү ҡыйын, ләкин асыуланма! Еңелеүселәрҙән көлмә! Еңһәң шатлан, ләкин танау күтәрмә! Ныҡ бул, уңышһыҙлыҡтарға бошонма!». Конкурсанттар талаптарҙы боҙманы.
Эльвина Байрамғолованың, Рауша-ния Әхтәмованың моңло йырҙары, Рамаҙан Хәмиҙуллиндың һыҙҙырып ҡурайҙа уйнауы сараны тағы ла йәмләндереп, уға ҡот өҫтәп ебәрҙе. Сараның бағымсылары ла апаруҡ булды. «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы йомшаҡ балаҫтар, уҡытыу-методика үҙәге һәм ҡала башҡорттары ҡорол-тайы китаптар, мәҙәниәт бүлеге флеш-калар бүләк итте. Ата-әсәләр коми-теты һәр ҡатнашыусыға наушниктар, канцелярия тауарҙары, Салауат театры Саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырҙы. Беҙ ҙә, «Салауат» гәзите редакцияһы, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев тураһындағы китаптар бүләк иттек.
Уҡыусыларҙың тәьҫораттары тураһында үҙҙәренән һорашам.
Эльвина Байрамғолова, “Дуҫлыҡ” командаһынан:
- Бөгөнгө уйын бик оҡшаны, күңелле булды. Үҙем өсөн яңы нәмәләр белдем. Сөнки һорауҙар араһында мин белмәгәндәре лә бар ине.
Раушания Әхтәмова, “Юрматы” командаһынан:
- Конкурс бик матур ойошторолған. Яңы дуҫтар таптым. Киләсәктә лә ҡатнашырға иҫәбем бар. Тағы ла яҡшыраҡ итеп әҙерләнеп килергә кәрәк.
Ике сәғәткә яҡын ваҡыт һиҙҙермәй ҙә үтеп китте. Алып барыусының “Ә хәҙер һуңғы һорау яңғырай” тигәненә барыһы ла аптырап ҡалды. Сөнки сара бер һулышта уҙҙы, йәнле, ябай булды. Күптәр уның дауамын теләне. Беренсе тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан, ул төйөрлө булманы. Йыйылыусыларҙың барыһы ла бындай уйындарҙы йышыраҡ уҙғарырға кәрәк, тигән теләктә ҡалды.
Ата-әсәләр комитеты кисә һуңында сараны үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәргә рәхмәт әйтеп, үҙҙәренең Дипломдарын тапшырҙы. Бәйге тамамланғандан һуң барыһы ла күмәкләп сәй табынына йыйылды.