газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Февраль 2020, 11:31

«Урал-батыр» - кешелек байлығы

Өфөлә унынсы тапҡыр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы уҙҙы. Ул өсөнсө йыл халыҡ-ара статусында ойошторола һәм «Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы - кешелек байлығы» тип атала.

Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан, Рәсәй төбәктәренән, Германия, Израиль, Һиндостан, Украина, Франциянан һәм башҡа илдәрҙән йыйылған 500-ҙән ашыу йәш ҡатнашыусы эпосты донъяның 30-ҙан ашыу телендә һөйләне. Унда беҙҙең ҡаланан 25-се башҡорт гимназияһының 6-сы класында белем алыусы Әҙилә Ҡоломбәтова ҡатнашып, «Үҙенсәлекле сығыш» номинацияһында еңеү яуланы. Уҡыусыны мәктәп директоры Гөлфиә Дәүләтҡолова һәм музыкаль етәксе Гөлназ Ҡоломбәтова әҙерләгән.
- «Урал батыр» эпосын һөйләүҙе думбыраһыҙ күҙ алдына ла килтермәйем. Халыҡ һүҙен халыҡ музыка ҡоралы оҙатып барырға тейеш. Әҙилә думбырала уйнарға тиҙ өйрәнде, бик отҡор ҡыҙ. Эпосты ятлау, интонация өҫтөндә эшләү ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Әйткәнде шунда уҡ отоп ала, хаталарҙы ҡабатламай, бик һиҙгер, хисле бала. Эпосты үткән уҡыу йылында ятлай башлағайныҡ, 500 юл тирәһен ятлауға ирештек. Ҡыҙыҡһыныуы көслө, йөкмәткене аңлап, тоя белеп иҫендә ҡалдырыуы һөйөндөрә, - ти Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы.
- «Сәнғәт үҙәге»ндә 10 йылдан ашыу балаларға думбыранан дәрес бирәм. Йыл һайын балаларҙы “Урал-батыр” эпосын һөйләүселәр республика конкурсына әҙерләргә ярҙам итешәм. Үҙәктең директоры Елена Сергеева бындай конкурстарҙы бик хуплай, тәҡдимдәребеҙҙе тыңлап, ярҙам итеп кенә тора. Уҡыусыларҙың ҡала һәм республика кимәлендә еңеү яулауҙары иңдәргә ҡанат ҡуя. Әйтәйек, 2017 йылда Ралина Нафиҡова (етәксеһе - Эльмира Ларионова) республика бәйгеһендә 1-се урынды алды. Быйыл Әҙилә эпосты ятлағанда думбыра һәм скрипка музыка ҡоралдарын ҡулланды. Яҡшы ғына сығыш яһаны. Думбырала уйнауын артабан да дауам итеренә ышанам. Киләсәктә халҡыбыҙҙың был боронғо уйын ҡоралында мөмкин тиклем күберәк уҡыусыларҙы уйнарға өйрәтеү, уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ихтирам тойғоһо тәрбиәләү - алдыма ҡуйған маҡсат, - ти Гөлназ Рифҡәт ҡыҙы.Әҙилә конкурсҡа беренсе тапҡыр барған, бик тулҡынланған, юғарыраҡ урын алмағанға бер аҙ күңеле лә төшөп ҡуйған.
- Минең йәш төркөмөмдә 26 кеше ҡатнашты. Тәүге өс урын һәм ете номинация бирелде. Шулар араһында булыуым ҡыуаныслы, әлбиттә. Яңы дуҫтар, таныштар таптым. Башҡаларҙың сығышын ҡараным, үҙем өсөн күп файҙалы әйберҙәр алып ҡайттым. Киләһе йылдарҙа тағы ла бейеклектәр яуларға тырышасаҡмын. Конкурсҡа әҙерләгән етәкселәрем Гөлфиә Дәүләтҡоловаға һәм Гөлназ Ҡоломбәтоваға ҙур рәхмәтемде белдерәм, - ти Әҙилә.
Киләсәккә ҡыҙҙың хыялдары ҙур - Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге гимназияға уҡырға инергә теләй ул. Тырышҡан - мораҙына ирешкән, тиҙәр. Әҙилә лә уңыштарға өлгәшер әле.
Читайте нас: