газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Февраль 2020, 11:16

Уҡытыусы - серле һуҡмаҡ һалыусы

Ҡалала яңы тыуған йылдың тәүге айҙарында иң яҡшы педагогтарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән «Йыл уҡытыусыһы» конкурсын уҙғарыу матур йолаға әйләнгән. Быйыл уға ғинуарҙың һуңғы көнөндә йомғаҡ яһалды.

«Йыл уҡытыусыһы», «Йәш уҡытыусы», «Йыл педагогы», «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл педагогы» исеменә, «Дебют!» номинацияһына лайыҡ булыр өсөн барлығы 29 педагог ҡатнашты. Уларҙың араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алыу баһалама ағзаларына ла еңелдән булмағандыр. Әммә, бәйге булғас, еңеүсеһе лә билдәләнергә тейеш.
- Конкурстың маҡсаты - киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән уҡытыусыларҙы асыҡлау. Бер аҙна эсендәге ҡыҫҡа ғына ваҡытта улар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, эссе яҙҙы, электрон белем биреү ресурстары менән файҙалана белеүен дә иҫбат итте. Конкурсанттарҙың күпселек өлөшө йәштәр булыуы айырыуса ҡыуандыра. Афарин! Киләсәктә лә әүҙем булығыҙ, - тине мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина.
Быйыл, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы, 2020 йыл Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Ойоштороусылар ошо мөһим датаға ла туҡталып үтте. Сараға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Пискарев саҡырылғайны. Фруза Йәғәфәр ҡыҙы ветеранға тыныс тормош, аяҙ күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтте. Ветеран да буш ҡул менән килмәгән - сәхнәгә күтәрелеп уҡытыусының ауыр, әммә кәрәкле һөнәр булыуын билдәләне. Хатта үҙе ижад иткән шиғырын да уҡып ишеттерҙе. Владимир Антоновичты зал аяғүрә тороп алҡышланы.
Шулай итеп, «Йыл уҡытыусыһы - 2020» исеменә 22-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Фазлыева лайыҡ булды. «Йәш уҡытыусы - 2020» тип 1-се гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Надежда Климентьева танылды, «Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмаһының йыл педагогы - 2020» исемен 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Олеся Алушкина алды, 27-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Екатерина Гвоздецкая «Дебют!» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. «Йәшлек» балалар-үҫмерҙәр үҙәгенең акробатика буйынса тренеры Татьяна Пальянова «Йыл педагогы - 2020» исемен алды.
«Йыл уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булған Лилиә Фазлыеваның хеҙмәт стажы - 19 йыл. Конкурста тәүгә ҡатнаша, оҙаҡ йылдар ошо бәйгегә хеҙмәттәштәрен әҙерләшергә ярҙам иткән.
- Шатланам да, тулҡынланам да. Сөнки был икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Исемгә тап төшөрмәй эшләргә тырышырға кәрәк. Бындай конкурстар уҡытыусының һәләтен аса, үҙеңде ышаныслыраҡ тоторға мөмкинлек бирә. Ошо ваҡыт эсендә янымда булған хеҙмәттәштәремә, уҡыусыларыма, ғаиләмә, ата-әсәйемә ҙур рәхмәттәремде белдерәм, - тине Лилиә Илфир ҡыҙы.
«Йәш уҡытыусы» исеменә лайыҡ Надежда Климентьева балаларҙы яратмайынса мәктәптә эшләп булмай, тип иҫәпләй.
- Һәр кешенең шатлыҡ килтергән эше булырға тейеш. Миңә иһә мәктәптә балаларға белем биреү бик оҡшай. Уҡыусыларҙа фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн уҡытыусының үҙенә даими камиллашырға, үҫешергә кәрәк. Бөгөнгө конкурс көслө яҡтарымды асырға мөмкинлек бирҙе, шулай уҡ нимә өҫтөндә эшләргә кәрәклекте лә аңланым, - ти йәш уҡытыусы.
Еңеүселәр ҡала данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ. «Йәш уҡытыусы» лауреаты исемен алған 25-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Көнһылыу Хасаева ла «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» республика бәйгеһендә ҡатнашасаҡ.
Конкурсанттарҙың барыһына ла ҡала хакимиәтенән, мәғариф идаралығынан, уҡытыу-методика үҙәгенән аҡсалата приздар тапшырылды. Ҡала мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы ла бүләктәр менән килгәйне.
Читайте нас: