газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Февраль 2020, 11:08

Сит ерҙәрҙә арта икән тыуған яҡтың ҡәҙере

Башҡортостан студенттары ҙур бер ғаиләгә тупланаМәктәпте тамамлап, һөнәр һайлау өсөн башҡа тарафтарҙағы уҡыу йорттарына юлланған егет-ҡыҙҙарға тәүге осорҙа еңелдән булмай. Сит-ят кешеләр, башҡа мөхит, тыуған яҡтан айырылыу...

Былтыр республика Башлығы Радий Хәбиров ситтә белем алыусы йәштәргә ярҙам тураһында һөйләгәйне. Шул уҡ эште ул һәр бер муниципалитет башлыҡтарына ла йөкмәтте. Уҙған аҙна ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов студенттар менән осрашыу уҙғарҙы. Йәштәрҙең күбеһе Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Симферополь юғары уҡыу йорттарында белем ала.
- Салауаттан бик күп билдәле шәхестәр сыҡҡан. Һеҙҙең дә киләсәктә тыуған ҡалағыҙҙы данларығыҙға ышаныс белдерәм. Диплом алып, бөтәгеҙ ҙә әйләнеп тә ҡайтмаҫһығыҙ, бәлки. Әммә бер ваҡытта ла тыуған ҡалағыҙ тураһында онотмағыҙ, рухи бәйләнеште юғалтмағыҙ, ошонда тыуып үҫеүегеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерегеҙ. Салауат үҫешә, алға китә, үҙгәрә. Ҡайтып эшләргә теләгегеҙ булһа, ҡуш ҡуллап ризабыҙ. Мин үҙем дә Салауаттан күп йылдар элек сығып киттем, 30 йыл башҡа ҡалала йәшәнем. Һәм бына, күпме һыуҙар аҡҡандан һуң, тыуған ҡаламдың сәскә атыуы хаҡына эшләргә тәҡдим иткәс, әйләнеп ҡайттым. Үҙ ереңдең кәрәкле кешеһе булыу - ҙур бәхет, - тине Динар Ғәли улы.
Осрашыуҙы ойоштороп дөрөҫ эшләгәндәр. Сөнки бер уҡыу йортонда уҡып, хатта бер-береһен белмәгән студенттар күп булып сыҡты. Улар ошонда танышты, аралашыу, бәйләнештә булыу өсөн телефон номерҙары менән алышты, WhatsApp-та төркөмдәр булдырҙы.
- Беҙҙең бурыс - йәштәрҙе берләштереү сараһын күреү. Бәлки, ситтә уҡыусы студенттарыбыҙҙың кемелер ауыр тормош хәлендә ҡалғандыр. Быны бергәләп хәл итергә мөмкин бит. Бөгөн һайланған модераторҙарға үҙе уҡыған ҡалалағы бөтә уҡыу йорттарынан яҡташтарын туплау бурысы йөкмәтелә. Йәштәр ҡаланың ниндәй һулыш алыуын да белергә тейеш, - тигән фекерҙә уҡы-тыу-методика үҙәге директоры Марина Вишева.
Сара һуңында Динар Ғәли улы студенттарҙы ҡайтҡан саҡтарында бергә йыйылырға, ҡаҙаныштары, уңыш-тары менән уртаҡлашырға саҡырҙы.
Йәштәр ҙә яңы таныштар, дуҫтар табыуҙарына бик шат.
Элина Бикбаева, 24-се мәк-тәпте тамамлаусы, Мәскәүҙә РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙ-мәте академияһының 1-се курсында уҡый:
- Ҡала хакимиәте башлығынан бындай саҡырыу алыу бик көтөлмәгән булды. Бөгөн Мәскәүҙә бергә уҡыған тиҫтерҙәрем менән танышып бик ҡыуандым. Ә бит бер-беребеҙҙе белмәгәнбеҙ ҙә. Артабан да бәйләнеште өҙмәйәсәкбеҙ.
Алһыу Өмәтҡолова, 15-се мәк-тәпте тамамлаусы, Ҡазан феде-раль университетының 2-се курс студенты:
- Республика студенттарының осрашыуы тураһында күптән ишеткәйнем инде. Радий Хәбиров та ситтә уҡыған йәштәрҙе тыуған яҡтарына ҡайтарырға тырыша. Был идеяны хуплайым. Миңә ҡалһа, сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан булыу яҡшыраҡ. Бөгөнгө осрашыу файҙаға ғына буласаҡ, тип ышанам. Юғиһә, ҡала тормошо, яңылыҡтары тураһында бында ҡайтҡас ҡына ишетеп беләбеҙ. Ҡала башлығы Динар Ғәли улы ҡаланың бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында асыҡ, ентекле итеп һөйләне.
Әйткәндәй, 5 февралдә Өфөлә «Торатау» Когресс-холында сту-денттар форумы уҙҙы. Респуб-лика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы ойошторған губернаторҙар уҡыуҙарында булыуы сәбәпле, форумда ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа була алмаған, әммә видеояҙма аша сәләм юллаған. Йәштәр төрлө темаға арналған майҙансыҡтарҙа шөғөлләнде, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә ҡатнашты, аҙаҡ барыһы ла төрлө тармаҡ министрҙары, юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән осрашты. Беҙҙең ҡаланан вәкилдәр ҙә унда барып ҡайтты.
Читайте нас: