газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Февраль 2020, 10:54

Ҡояшлы, матур юлдар…

Ҡалабыҙҙың көндән-көн үҙгәреүен күҙәтәбеҙ. Тигеҙ юлдар, тротуарҙар, яңы балалар уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа килә.

28-се балалар баҡсаһында ул асылғандан бирле асфальт-бетон япмаһына капиталь ремонт үткәрелмәгән. 56 йыл эсендә юлдар емерелгән, соҡор-саҡырҙар барлыҡҡа килгән. Яҙлы-көҙлө ямғырҙар ваҡытында был соҡорҙар һыу менән тула. Ата-әсәләр йыйылыштарында был мәсьәлә һәр ваҡыт күтәрелә.
Проблема бар икән, уны хәл итергә кәрәк. Октябрь урамындағы 31-се йортта беҙҙең хеҙмәткәрҙәр һәм тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре йәшәй. Улар 2020 йылда урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашырға тәҡдим итте. Ул һөҙөмтәле эшләй, күп кенә социаль мәсьәләләрҙе хәл итә. Беҙҙең балалар баҡсаһы ике корпустан тора: беренсеһе Нефтселәр проспекты 27а, икенсеһе Нефтселәр проспекты, 17 адресы буйынса урынлашҡан. 2019 йылда икенсе корпус был проектта ҡатнашып, «Бала саҡ биләмәһе» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы ҡанаты аҫтында иҫке верандаларын алыштырҙы. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы балаларға яңы веранда һәм шатлыҡ бүләк итте. Беҙҙең мәсьәлә лә ошо программа ярҙамында хәл ителер, тип ышанабыҙ. Балалар баҡсаһына ҡыҙҙар һәм малайҙар яңы юлдан шатлыҡ менән ашҡынып килер, тип өмөтләнәбеҙ.
Авторы Лариса Привалова.
Читайте нас: