Кисә, 31 ғинуарҙа, Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында "Йыл уҡытыусыһы - 2020", "Йыл педагогы - 2020", "Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмаһы йыл педагогы - 2020" конкурстарына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙең исеме билдәле! Шулай итеп, "Йыл уҡытыусыһы - 2020" исеменә 22-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Фазлыева лайыҡ булды. "Йәш уҡытыусы - 2020" тип 1-се гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Надежда Климентьева танылды. "Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмаһы йыл педагогы - 2020" исемен 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Олеся Алушкина алды. "Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмаһы йыл педагогы - 2020" конкурсында "Дебют" номинацияһында 27-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Екатерина Гвоздецкая иң яҡшыһы тип танылды. Ә "Үҫмер" балалар-үҫмерҙәр үҙәгенең акробатика буйынса тренеры Татьяна Пальянова "Йыл педагогы - 2020" исемен алды. 25-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Көнһылыу Хасаева "Йәш уҡытыусы - 2020" конкурсының лауреаты булды. Ул "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2020" республика конкурсында ҡатнашасаҡ. Был турала тулыраҡ мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.