газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ғинуар 2020, 11:07

Буласаҡ бил батырҙары тәрбиәләнер әле

Теүәл бер йыл элек баш ҡалала “Спорт көрәше - Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә” фәнни-ғәмәли кәңәшмәһе үткәрелгәйне.

Сараны асҡанда Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктә спорт көрәше темаһы бик мөһим, тип белдерҙе. Радий Фәрит улы шулай уҡ милли көрәшкә халҡыбыҙ борон-борондан айырым иғтибар бүлгән, тип тә өҫтәне. Шуға ла Башҡортостан Рәсәй кимәлендә ойошторолған “Спорт көрәш - мәктәптәргә” федераль программаны тормошҡа ашырыусы пилот проекты субъекттарының береһенә әүерелде. Әлеге көндә республиканың 16 мәктәбе ошо юҫыҡта эшләй ҙә инде: һигеҙе - Өфөлә, ә ҡалған һигеҙе ҡала-райондарҙа. Йыл дауамында тағы ла 47 мәктәп ошо проектҡа ҡушыласаҡ. Исемлектә беҙҙең ҡала ла бар.
21-се мәктәптә ул уңышлы эшләп килә. Шаршамбы көн ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов, мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина һәм башҡа вәкилдәр ундағы шарттар менән танышты.
- Көрәш буйынса махсус бүлмә урындағы бюджет иҫәбенә ремонтланды, ул 380 мең һумға барып баҫты. Ә йыһазландырыуға федераль бюджеттан 500 мең һум бүленде. Спортҡа иғтибарҙы арттырыу бик мөһим, сөнки уҡыусыларға буш ваҡытын файҙалы шөғөл менән үкәреүгә мөмкинлек асыла. Балаларҙы был спорт төрөнә хатта 1-се кластан уҡ ылыҡтырырға ҡарар иттек. Физкультура дәресе өс сәғәткә иҫәпләнгән. Шуның береһен ошо көрәшкә бүлергә булдыҡ. Әлеге көндә 47 беренсе класс уҡыусыһы унда ихлас шөғөлләнә. Был мәктәптә һөҙөмтәләр, ҡаҙаныштар ҙа бар, - тип һөйләп үтте Фруза Йәғәфәр ҡыҙы.
Ул көндө мәктәптә йәш көрәшселәр йыйылыусылар алдында сығыш яһап, грек-рим көрәше буйынса алынған оҫталыҡтарын күрһәтте, таһыллығын иҫбат итте. Шулай уҡ спорт көрәше буйынса ярыштар ҙа уҙҙы.
Балаларҙың сығыштарынан һуң түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда ҡалала артабан да был спорт төрөнөң үҫешенә бәйле һөйләшеү булды.
- Салауат, ғөмүмән, спорт ҡалаһы иҫәпләнә. Ҡала, республика кимәлендәге генә түгел, ә Рәсәй ярыштары буйынса ла бихисап ярыштар уҙа. Әле көрәшеүсе балаларҙың күҙҙәрендә осҡон балҡыуына үҙебеҙ шаһит булдыҡ, уларҙа рух ныҡлығы, еңеүгә ынтылыш һиҙелә. Киләсәктә яңынан-яңы ҡаҙаныштарға ирешербеҙ, яңы исемдәр, йондоҙҙар балҡыр, тип уйлайым. Шулай уҡ юғары статуслы бәйгеләрҙең да тап беҙҙә үтәсәгенә ышанам. Һис шикһеҙ, республика Башлығы, ҡала хакимиәте башлығы кубогына ярыштар буласаҡ. Радий Хәбиров был турала әйтте лә инде. Проект балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән. Түңәрәктәрҙә теләге булған һәр уҡыусы шөғөлләнә ала. Шуныһы ҡыуаныслы, бында ата-әсәләр ҙә балаларын теләп йөрөтә, - тине ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов.
Ҡала етәксеһе мәғариф идаралығының, спорт комитетының, мәктәптәрҙең берлектә, килешеп эш итеүҙәренә рәхмәт белдерҙе. Ҡалала тағы ике белем усағы: 25-се башҡорт гимназияһы һәм 8-се лицей ҙа ошо проектҡа ҡушыласаҡ.
Читайте нас: