Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән былтыр республикала “Юғарыға ос!” проекты старт алды. Ул бер нисә модулдән тора. Уҡыусыларҙы компьютер графикаһына, сит телдәргә, бейеүгә өйрәтеүҙе һәм башҡа бурыстарҙы үҙ эсенә ала. Проектта социаль йүнәлештәр ҙә бар. Уларҙың береһе - мәктәптәрҙә стоматология бүлмәләрен асыуҙы күҙ уңында тота. «Сәләмәт йылмайыу» модуле буйынса беҙҙең Салауат ҡалаһының 18-се мәктәбендә балалалар өсөн ошондай кабинет төҙөкләндерелеп, үҙ ишектәрен асты. Был ваҡиғаға балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, педагогик коллектив та бик шат.
- 2019 йылда беҙҙең мәктәп “Юғарыға ос!” проектына инде. «Сәләмәт йылмайыу» модуле 800-ҙән ашыу уҡыусы белем алған республика белем биреү учреждениеларында стоматология бүлмәләрен булдырыуҙы, йә ремонтлауҙы күҙ уңында тота. Мәктәбебеҙҙә стоматология кабинеты бар ине. Тик унда йыһаздар бик иҫке ине, ремонт та эшләнгәне булманы. Проект шарттарына тап килгәнгә, йәғни 800-ҙән ашыу, теүәлерәк әйткәндә, 885 бала уҡығанға күрә, беҙҙең белем усағы һайлап алынды. Шулай уҡ ҡаланың балалар стоматологияһы поликлиникаһы менән килешеү төҙө-гән, медицина хеҙмәттәре күрһәтеүгә лицензиябыҙ бар, - тип һөйләй 18-се мәктәптең директоры Зәлиә Гәрәева.
Уның һүҙҙәренсә, был проект сиктәрендә мәктәптәге стоматология кабинеты тулыһынса ремонтланған һәм ул уҡыусыларҙың тештәрен тикшереү, дауалау өсөн кәрәкле өр-яңы ҡорамалдар, мебель менән йыһазландырылған. Барлыҡ төҙөкләндереү 1 млн 28 мең һумға төшкән, уның 370 мең һум тирәһе ремонтҡа, ә 658 мең һум тирәһе ҡоролмалар алыуға тотонолған. Был проектты тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан ғына түгел, ҡала ҡаҙнаһынан да аҡса бүленгән.
Кабинетта уҡыусыларҙы килешеү нигеҙендә балалар стоматология полик-линикаһы врачтары ҡабул итә. Мәктәптең 1-се кластан алып ун берҙәргә тиклемге барлыҡ уҡыусылар ҡараласаҡ.
Беҙ барғанда белем усағының стоматология кабинетында 2-се класс уҡыусылары тештәрен дауаларға килгәйне.
- Ҡурҡаһығыҙмы? - тип һорашам ба-лаларҙан, ғәҙәттә, күптәрҙең теш таби-бына инергә ҡурҡыуын иҫкә төшөрөп.
- Юҡ, ҡурмайбыҙ, - ти йылмайып кемуҙарҙан балалар. - Эйе, элек дауаханаға барғанда ҡурҡа торғайныҡ, сөнки унда ауырттыралар, ә беҙҙең врач бик яғымлы һәм бөтөнләй ауырттырмай дауалай.
Балаларҙың теш табибына ҡурҡмай килеүе, ысынлап та тәү сиратта, врачтың йылы мөнәсәбәтенән торалыр. Ә балалар стоматологияһында 29 йыл эшләгән Оксана Моратова балаларҙың күңеленә юл таба белә. Ул 18-се мәктәптән тыш, 1-се гимназияла ла уҡыусыларҙың тешен дауалай.
- Яңы кабинетыбыҙ бик оҡшай. Бында эш өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған. Бүлмәләге косметик ремонттан һуң ул бик яҡты, матур, ҡоролмалар ҙа яңы, элеккекеһенә ҡарағанда күпкә замансараҡ. Пломба һалыу өсөн лампалар, һыу ебәреү, һауа өрҙөртөү өсөн айырым ҡулайламалары бар. Эшләүе күпкә рәхәтерәк һәм күңеллерәк, - тип шатланып бәйән итә Оксана Григорьевна.
Врачтар балаларҙың тешен тик-шереү эшен башлаған да инде. Дауалау талап ителгәндә ата-әсәләрҙән рөхсәт алына һәм стоматолог баланың тешен дауалап сығара. Тик рентген төшөрөү һәм һурып алыу процедуралары башҡарылмай. Бына шулай беҙҙең 18-се мәктәп уҡыусыларына сәләмәт йылмайыу бүләк ителә.