Миҫал өсөн, 25-се башҡорт гимназияһында телестудия асылған. Унда барлығы 13 бала йөрөй.
- Кемдәр киләсәген теле-радио өлкәһе менән бәйләргә теләй, шулар студияла шөғөлләнә. Башта сюжеттарҙы телефонға төшөрҙөк. Хәҙер беҙҙең видео төшөрөү мөмкинлеге лә булған фотоаппаратыбыҙ һәм штативыбыҙ бар. Кемдер сюжет төшөрә, икенсеһе уға текст әҙерләй, өсөнсөһө шуны уҡып яҙҙырта, монтажлаусы иһә шуларҙы бергә йыйып, сюжеттар яһай. Эштең үҙенсәлектәренә балалар менән бергәләп төшөнәбеҙ. Уҡыусыларҙың идеялары күп, хатта берәй шәп уйҙары булһа, оҙон тәнәфестә лә килеп һөйләп, уртаҡлашып китәләр. Һәр береһе үҙ эшен хәҙер яҡшы белә. 5-се класс уҡыусыһы Арыҫлан Нәзиров - бик шәп монтажлаусы. Быға тиклем дә ошо эш менән ҡыҙыҡһынған булған. Ә студия барлыҡҡа килеү менән ул унда йөрөргә ҡуш ҡуллап риза булды. Беҙ быға шатландыҡ ҡына. Сөнки видеоны монтажлау - бик ҡатмарлы эш. Ә егетебеҙ, ысынлап та, яуаплы булып сыҡты. Бөтәһен дә ваҡытында эшләп өлгөрә. Уҡыуҙа ла тырыш, ғөмүмән, әүҙем егет. Гимназия директоры Гөлфиә Дәүләтҡоловаға ла ҙур рәхмәт. Беҙҙе хуплап, ярҙам итеп кенә тора, - тип һөйләй студия етәксекһе Алмира Ғайсина.
Шуныһы ҡыуаныслы, гимназияның телестудияһы республиканың «Тамыр» телеканалы ойошторған «Тамыр селтәре» проектының бер селтәре булып тора.
- Унда барлығы 12 ҡала-район ғына һайлап алынған. Ярты йыл буйы гимназиябыҙ телестудияһына йөрөгән балалар Өфөләге «Тамыр»ға барып, төрлө сюжеттар, ижтимағи роликтар, әкиәттәр төшөрөргә, монтажларға өйрәнде. Алған белемдәрен үҙебеҙҙә ҡулланалар. Өфөгә барған һайын яңы нәмәләргә өйрәнеп ҡайттылар, - тип һүҙен дауам итте Алмира Алик ҡыҙы.
Декабрь урталарында Өфөлә «Тамыр селтәре»нең беренсе фестивале булып үтте. Гимназия теле-студияһынан биш бала барған. Улар араһында оператор ҙа, режиссер ҙа, видеомонтажлаусы ла, йәш хәбәрселәр ҙә бул-ған. «Тамыр» телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина йыйылыусыларҙы сәләмләп ярты йыл эсендә эш-ләгән эштәрҙе баһалап, иң-иңдәренә бүләктәр тапшырған. Беҙҙекеләр ҙә «Йөкмәткеле видеояҙмалар» өсөн махсус приз менән бүләкләнгән.
- Был байрамдан тағы ла көс алып, дәртләнеп ҡайттыҡ. Киләһе йылдарҙа ла яңынан-яңы үрҙәр яуларыбыҙға ышанам, - тип һүҙен йомғаҡланы Альмира Ғайсина.