газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Ғинуар 2020, 12:55

Йәшел шыршы балаларҙы үҙ янына тупланы

Шаулап-гөрләп ҡалала иртәлектәр уҙҙы. Шуларҙың береһе, Башҡорт шыршыһы, Балалар-үҫмерҙәр ижады һарайында үтте. Унда барлығы 50 бала йыйылғайны.

Алып барыусылар сараны тантаналы асып, һүҙҙе ҡала мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибулли-наға бирҙе.
- Яңы йыл һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә көтөп алынған байрам. Унан һәр кем ниндәйҙер мөғжизә, яңы шат-лыҡтар көтә. Бөгөнгө сараға уҡыусыларҙың иң шәптәре, уңғандары саҡырылған. Тыуасаҡ яңы йыл тик уңыштар ғына килтерһен. Тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә ирешергә яҙһын, - тине Фруза Йәғәфәр ҡыҙы.
Ҡала башҡорттары ҡорол-тайы башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров та ҡотлау телмәре менән сығыш яһап, уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе. Балаларҙың төрлө өлкәләрҙә уңыштар яулауын билдәләне, ирешелгәндә туҡтап ҡалмайынса, яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләне.
Шыршы байрамы күңелле йыр менән башланып китте. Балалар өлкәндәр менән бергә шыршы тирәләй шатланышып әйләнгәндә һеперткеһенә атланып Мәскәй әбей килеп керҙе. Ул, һәр ваҡыттағыса, байрамды боҙорға тырышты. Шыршы байрамына Ҡыш бабайҙың да, Ҡарһылыуҙың да килмәйәсәген, уларҙы бикләп китеүен белдерҙе. Әммә алып барыусылар ҙа хәйләкәр план ҡорған. Улар балалар менән бергә тылсымлы ҡыңғырауҙы сыңлатып, ярҙамға дуҫтарын саҡырҙы. Залға бер-бер артлы Ҡар йомғағы, үтеп барған йыл хужаһы инде. Байрамға килеп эләккән пираттар ҙа балалар менән бергә күңел асты, уйнаны. Күмәкләшеп Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы Мәскәй әбейҙең ҡоллоғонан ҡотҡарҙылар, бергәләп шыршының уттарын ҡабыҙҙылар. Ә уҡыусылар үҙ һәләттәрен күрһәтте: кемдер шиғыр һөйләне, йыр һуҙҙы, бәғзеләре төшөп бейене. Йомарт Олатай күстәнәстәрен дә мул өләште. Ҡыш бабай арып, ял иткән арала Ҡарһылыу балалар менән бергә флешмоб үткәрҙе. Яңы йыл хужаһы Сысҡанды күмәкләп, көслө алҡыштар менән ҡаршы алдылар.
Байрам бер тында уҙып китте. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балаларға киләһе йылда ла яҡшы уҡыуҙарын, тик ыңғай билдәләр алыуҙарын теләп хушлашты.
Сара ҡаланың мәғариф идаралығы, уҡытыу-методика үҙәге, 25-се башҡорт гимназияһы, 53-сө балалар баҡсаһы коллективы тырышлығы менән уҙғарылды. Балалар баҡсаһы мөдире Илүзә Байгилдина әйтеүенсә, тәрбиәселәр байрамға ал-ял белмәй әҙерләнгән.
- Улар ике аҙна буйы репетицияларға йөрөнө. Төшкө ял мәлендә, кескәйҙәрҙе йоҡларға һалалар ҙа, номер-ҙарҙы ҡабатлайҙар. Бынан тыш, үҙебеҙҙә лә иртәлектәр уҙҙы. Ҙур тырышлыҡ һалған тәрбиәселәргә, музыка етәк-селәренә, физик культура педагогына, 25-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыларына сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм, - ти Илүзә Шәфҡәт ҡыҙы.
Ҡала башҡорттары ҡорол-тайы, ата-әсәләр комитеты, “Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһы ла бүләктәр, тәмлекәстәр алыуҙа ярҙам күрһәткән. “Салауат ынйылары”ның “Яңы йыл менән” тигән йыры кисәгә тағы ла нығыраҡ йәм өҫтәне.
Байрамдан алынған тәьҫораттарын белешер өсөн уҡыусыларҙың үҙҙәренә мө-рәжәғәт итәм.
Әҙилә Әхмәтғәлиева, 15-се мәктәптең 4-се класс уҡыусыһы:
- Байрам бик оҡшаны. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Ҡар йомғағы һәм башҡа персонаждар менән рәхәтләнеп күңел астыҡ. Мине был байрамға яҡшы уҡыуым өсөн саҡырҙылар.
2-се кадет мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Арыҫлан Ғәлиуллин:
- Бөгөнгө сарала ҡатна-шыуыма шатмын. Спорт менән шөғөлләнәм, төрлө конкурс-тарҙа ҡатнашам. Яңыраҡ Ишембайҙа уҙған каратэ буйынса ярышта өсөнсө урын алдым. Әүҙем булғанғалыр ҙа, ошо матур байрамда ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Читайте нас: