Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Ғинуар 2020, 13:00

Китап - белем шишмәһе

Ҡайһы берәүҙәр китапханасы эшен еңел генә тип уйлай. Йәнәһе, китап тараталар ҙа, шуның менән бөттө. Ә төптән уйлап ҡараһаң, эше ғәләмәт күп. Етмәһә, хәҙерге заманса технологиялар киң үҫеш алған ваҡытта китапханаларҙың абруйын төшөрмәү, китап уҡыусыларҙы әүҙемерәк йәлеп итеү өсөн ҙур көс һалырға тура килә.

25-се башҡорт гимназияһы китапханаһы мөдире Эльвира Килсембаева ла уҡыусыларҙа китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн заман менән бергә атларға тырыша. Яңы ғына ул Мәскәү ҡалаһында уҙған «Яңы быуын мәктәп китапханалары» дүртенсе Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашҡан. Беҙ уға саранан алынған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һорап мөрәжәғәт иттек.
- Китаптар донъяны танып белергә өйрәтә, асылмаҫтай тойолған серҙәрҙе аса. Яҡшы китап иптәшкә, аҡыллы кәңәшсегә, тәрбиәсегә, тоғро дуҫҡа тиң. Балалар шуны аңлаһын өсөн яңыса алымдар менән эшләргә өйрәнәбеҙ, үткәрелгән сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ.
Был форумға беренсе тапҡыр барҙым. Унда Рәсәйҙең 72 төбәгенән бөтәһе 325 кеше ҡатнаш-ты, шул иҫәптән беҙҙең республиканан - 14, ҡалабыҙ-ҙан өс кеше. Стәрлетамаҡ ҡалаһы менән берлектә фойела китапхана проекттарынан, башҡорт теле китаптарынан, Башҡортостан тураһындағы мәғлүмәттән торған күргәҙмә ойошторҙоҡ. Фо-румда ҡатнашыусыларҙы башҡорт балы һәм сәк-сәк менән ҡаршы алдыҡ. Беҙҙең делегацияны һәм Саха-Яҡут республикаһынан вәкилдәрҙе махсус ҡунаҡтар тип иғлан иттеләр. Сараға методистар, китапханасылар, мәктәп директорҙары, хеҙмәт министры урынбаҫары, ғөмүмән, яңыса мәктәп китапханаларын булдырыу өсөн шарттар тыуҙырыу менән ҡыҙыҡһыныусылар йыйылғайны.
Форумда төрлө көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде, фекер алышыуҙар, бәхәсләшеүҙәр ҡыҙыу барҙы. Мәҫәлән, педагог-китапханасы вазифаһын индереү, кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреү һәм ҡайтанан әҙерләү, финанслау сикләнгән шарттарҙа белем биреү ойошмаларының китапхана фондын формалаштырыу кеүек һорауҙар ҡаралды. Шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәр, күргәҙмәләр ойошторолғайны, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Ошондай форумдарҙа ҡатнашып, заман менән бергә атларға өйрәнәһең, мәғлүмәтле китапхана үҙәген булдырыу кәрәклегенә тағы бер инанаһың. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән сығыш яһаусыларҙы тыңлап, ҡарап дәртләнеп ҡайттым, сара тик йылы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Мәктәп китапханаларына ярҙам итеү, мәғлүмәти-китапханалар үҙәктәрен булдырыу кеүек мәсьәләләрҙе төрлө яҡлап тикшереп, ҡатнашыусылар үҙ тәҡдимдәрен индерҙе, фекерҙәрен әйтте. Форум материалдары тейешле дәүләт органдарына ебәрелде - тип һөйләй китапханасы.
Эльвира Әхтәм ҡыҙы яңыраҡ «Иң яҡшы мәктәп китапханаһы» республика конкурсында ла ҡатнашҡан. Һөҙөмтәләре әлегә билдәле түгел. Китапханасы был конкурста иһә икенсегә ҡатнаша. 2016 йылда үҙ номинацияһында призер булып, проектор һәм принтер, Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Был да уның эш һөҙөмтәһе булып тора.
P.S. Гәзитебеҙ баҫылып сыҡҡандың икенсе көнөнә Эльвира Әхтәм ҡыҙы шылтыратып шатлыҡлы хәбәрен еткерҙе - республика конкурсында үҙ номинацияһында беренсе урын яулаған икән. Афарин! Шатлығыбыҙҙы беҙ ҙә ихлас уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: