Форумдың маҡсаты - үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең башланғыстарына ярҙам итеү, уларҙың компетенция кимәлен арттырыу, ҡаланың, республиканың социаль-иҡтисади үҫеш процестарына йәлеп итеү. «Үҫеш биләмәһе» проекты Салауатта тәүге тапҡыр ойошторолдо. Ошоноң кеүек үк саралар артабан республиканың башҡа ҡала-райондарында ла үтәсәк.
«Үҫеш биләмәһе» форумы танта-налы шарттарҙа “Салауат” спорт-концерт комплексында асылды. Боҙ аренаһы сәхнәһенә күтәрелеүсе проект авторы Каринэ Хәбированы зал көслө алҡыштарға күмде. Рәсми өлөштән һуң уҡыусылар биш тематик майҙансыҡҡа таралды. Мәҙәниәт, спорт, фән, һөнәри үҫеш, мәғлүмәт менән эш итеү, ҡыҫҡаһы, һәр майҙансыҡ үҫмерҙәрҙең теләген иҫәпкә алып булдырылған. Үҫмерҙәр мәктәптә алған белемдәрен ғәмәли эштәре менән раҫланы, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, белгестәр менән осрашты.
«Һәр кем еңә ала» платформаһы
Шулай тип аталды «Нефтехимик» спорт һарайында уҙғарылған физкультура-спорт майҙансығы.
Ысынлап та, тормошта һәр кем еңеүсе була ала. Тик бының өсөн, тәү сиратта, ҙур тырышлыҡ талап ителә. Ҡайһы саҡта, ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән кешеләр менән туранан-тура аралышу, һөйләшеү ҙә кешенең яҙмышында хәл иткес роль уйнап ҡуя. Ойоштороусылар ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, сараға танылған спортсылар - кикбоксинг һәм көрәш сәнғәте буйынса 41 тапҡыр донъя чемпионы,кикбоксинг буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, «Рәсәйҙең рекордтар китабы» рекордсыһы Вил Ғабдуллин менән Олимпия чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәйҙең шорт-трексыһы Семен Елистратовты саҡырғайны. Был платоформаға үҙенең киләсәген спорт менән бәйләргә теләүсе үҫмерҙәр йыйылғайны.
Уҡыусыларҙың «Спорт - тормош өҫтөнлөгө» тип аталған фекер алышыуҙарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге булды. Билдәле спортсылар спортҡа нисек килеүҙәре, уңышҡа ирешеүҙәре тураһында һөйләһә, балалар ҡыҙыһындырған һорауҙарын бирҙе. Һорауҙар араһында «Һеҙҙең кумирығыҙ кем?», «Ауыр йәрәхәт алғанығыҙ булдымы?», «Буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?», «Спорттан тыш башҡа берәй мауығыуығыҙ бармы?» тигәнерәктәр яңғыраны.
Чемпиондар форумдың юғары кимәлдә уҙыуын билдәләне.
- Салауатта шундай матур сара үткәреп бик шәп эшләгәндәр. Тормош-тарында уңышҡа ирешкән кешеләр менән осраштырыу үҫмерҙәрҙә спортҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыр, күптәре яҙмышын спорт менән бәйләр, тигән ышаныста ҡалам, - тине Семен Елистратов.
- Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү бөгөн социаль сәйәсәттең, милли мәҙәниәттең, халыҡтың рухи яҡтан камиллашыуының айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде һәм был бик ҡыуаныслы ла. Хәҙер йәштәр күпләп спортҡа килә. Дөрөҫ тә эшләйҙәр. Бөгөн ошо күркәм спорт һарайында булып, унда йәштәрҙең спорт менән шөғөлләнеүе өсөн бөтә шарттарҙың да булдырылыуына инандым. Теләк, дәрт һәм киләсәккә ышаныс ҡына кәрәк, - тип билдәләне Вил Ғабдуллин.
Тәүҙә ҡатнашыусылар командаларға бүленеп үҙ көсөн һынаны. «Спорт эстафетаһы», «Баскетбол», «Футбол», «Ҙур теннис», «Интеллектуаль конкурс», «Арҡан тартышыу», «Ҡаяға үрмәләү», «Спорт гимнастикаһы», «Капитандар конкурсы», «Командалы фитнес» кеүек майҙансыҡтарҙа егет-ҡыҙҙарға үҙҙәренең саялығын, үткерлеген күрһәтергә кәрәк ине. Тәүҙә ҡаланың танылған спортсылары билдәле бер спорт төрө менән таныштырҙы, үҙенсәлектәрен аңлатты һәм нисек уйнарға кәрәклеген күрһәтте. Һуңынан үҫмерҙәр ҡабатлай. Командалар бөтә майҙансыҡтарҙа ҡатнашып, мәрәй йыйҙы. Һуңынан мәрәй һандары буйынса еңеүсе команда билдәләнде.
Ауыр атлетика буйынса спорт залында уҙған интеллектуаль конкурс балаларға бик оҡшаны. Улар викторина һорауҙарына яуап биреп, зирәклеген иҫбатланы. Унан бигерәк, ауыр атлетика буйынса спорт мастеры, Салауат егете Евгений Урюповтың 150 килограмлыҡ штанганы күтәргәндә үҫмерҙәрҙең күҙҙәрендә осҡондар уйнауын күрһәгеҙ! «Салауат» спорт мәктәбе тренеры Виктор Конарев штанганы хатта бер ҡул менән генә күтәрҙе.
- Тормош былай ҙа ауыр, шуға күрә көсһөҙ булырға ярамай. Һынауҙарға ҡаршы торор өсөн үҙеңде йәштән, бәләкәйҙән әҙерләргә кәрәк, - ти ул.
Шулай уҡ «Ҙур теннис» майҙансығы ла уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Тренер Николай Алпаев балаларҙы был спорт төрө менән таныштырҙы.
25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Арыҫлан Шәрәфетдинов ҙур теннис тураһында ишетеп кенә белгән икән.
- Спортты үҙ иткәнгә күрә, бөгөн ошо платформаны һайланым. Баҡтиһәң, уның ниндәй генә төрҙәре юҡ икән. Мәҫәлән, ҙур теннисты ишетеп кенә белә инем. Бөгөн иһә бик күп яңы мәғлүмәт алдым. Хатта уйнап та ҡараным. Форум оҡшаны. Беҙҙең кеүек үҫмерҙәргә киләсәктә һөнәр һайлауҙа булышлыҡ итер тип уйлайым, - ти егет.
«Лидер йүнәлеше» платформаһы
1-се лицейҙа ойошторолған «Лидер йүнәлеше» платформаһы әхлаҡи һәм профессиональ үҫешкә арналғайны. Унда биш төркөм эшләне: «Йәмәғәт лидерҙары», «Ирекмәндәр», «ХеҙмәтКрут», «Эшҡыуарҙар», «Финанс грамоталылығы».
Форумға йыйылған йәштәрҙе Каринэ Хәбирова тәбрикләне һәм эштәрендә уңыштар теләне. Шулай уҡ лицейҙа ойошторолған республика белем усаҡтарының күргәҙмәләре менән танышты.
Форум сиктәрендә уҡыусылар нимә ул бизнес, нисек аҡса эшләргә, эшҡыуарлыҡты нимәнән башлау тураһында мәғлүмәттәр менән танышты. Уңышҡа ирешеү өсөн эшләргә кәрәк. Кеше ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, уның өсөн тир түгергә тура киләсәк. Бизнес-тренер Ульяна Назарова һәм «Рәсәй Студенттары Отряды» етәксеһе Ирина Сухарева уҡыусылар менән уйын формаһында аралашты. Кеше хеҙмәт өсөн тыуған, тырышлыҡһыҙ бер нимәгә лә өлгәшеп булмағанын асыҡланы йәштәр.
«Йәмәғәт лидерҙары» төркөмөндә РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Дмитрий Перминов, Илдар Бикбаев һәм йәмәғәт эшмәкәре, Йәш врачтар советы рәйесе Таһир Ғизәтуллин уҡыусылар менән ҡуйған маҡсатҡа ирешеү, лидерлыҡ сифаттарыңды үҫтереү, тормоштоң мәғәнәһен аңлау, үҙ-үҙең менән гармонияла йәшәү серҙәре менән бүлеште. Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап, кәңәштәрен бирҙеләр.
Дмитрий Сергеевич Перминов:
- Разведкала хеҙмәт иткәндә мин үҙемдең дуҫтарымдың, хеҙмәттәштә-ремдең һәләк булғандарына шаһит булдым. Уларҙың ҡатындары, балалары, туғандары ҡалды. Әлбиттә, быны күреү ауыр. Хеҙмәт итеү, илебеҙҙе яҡлау - беҙҙең бурыс. Мин тыуған илемдең патриоты.
Ошо теманы дауам итеп Илдар Бикбаев: «Волонтерҙар менән эскпедицияларҙа беҙ һалдаттарҙың төрлө яра алған һөйәк ҡалдыҡтарын табабыҙ. Уларҙы үҙ күҙең менән күреү балаларҙың аңын үҙгәртә, тормош мәғәнәһенә төшөндөрә. Кеше тормошоноң ҡиммәттәрен аңлай башлай».
Социаль проект авторы булыу - яуаплы эш. Белгестәр алдында уны яҡлау икеләтә яуаплылыҡ. Форум платформаһында уҡыусылар эскперттарға биш актуаль социаль проект тәҡдим итте: «Изгелек ҡыл», «World Skills Russia» йәштәр хәрәкәте, «Беҙ бергә», «Салауат-Столяровка велосипедта экскурсия маршруты», «Үҫмерҙәр араһында буллинг. Нисек була? Нимә эшләргә?».
Бөтә эштәр ҙә баһаға лайыҡ, әммә эсксперттар «World Skills Russia» йәштәр хәрәкәте проекты менән 1-се гимназия уҡыусыһы Ева Йыһангированы еңеүсе тип тапты.
Сәнғәтте, мәҙәниәтте үҙ иткән уҡыусыларҙы Салауат ҡалаһының музыка колледжы берләштерҙе.
“Сәнғәт - йәшәү рәүеше” тип аталған мәҙәни-ижади платформала һөнәр-мәндәр һәм кәсепселәр күргәҙмәһе, эксперттар менән дискуссиялар, художество, хореография, һүҙ оҫта-лығы, театр, көршәк яһау сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре булды. Бында ла билдәле сәнғәт кешеләре - Башҡортостандың халыҡ артистары, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Артур Нәзиуллин менән Ринат Рамазанов саҡырылғайны.
- Сәнғәт кешеләрҙе бергә туплай, ябай ғына нәмәлә лә матурлыҡты күрергә өйрәтә. Музыка теле һәр кемгә аңлайышлы. Бөгөнгө форумдың кемгәлер үҙендә ижади һәләт асырға ярҙам итеүенә ышанғы килә, - ти Артур Нәзиуллин.
Майҙансыҡ үҙ эшен флешмоб менән тамамланы. Уҡыусыларҙың кәйефе, арыуҙарына ҡарамаҫтан, шәп ине. Егет-ҡыҙҙар үҙҙәрен төрлө ижади йүнәлештәрҙә һынап ҡараны, күп кенә кәрәкле, ентекле мәғлүмәт алды.
“Интеллект көсө” фәнни-ижади платформа
Иң ҡыҙыҡлы платформа Өфө нефть-техник университетының Салауат филиалында эшләне. Унда “Газпром нефтехим Салауат”, “Салауатбыяла”, “Салауатнефтехимпроект” кеүек ҡа-лабыҙҙың эре предприятиелары үҙ күргәҙмәләре менән таныштырҙы. Үҫмерҙәр Өфөләге “Башҡортостан кванториумы” балалар технопаркында шөғөлләнгән, күп кенә фәнни эштәре менән еңеүҙәр яулаған тиҫтерҙәренең эштәрен дә ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Иң тәүҙә тамашасылар залында ҡалабыҙ предприятиеларының һәм ӨДНТУ вәкилдәре йәштәрҙә техник һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсаты менән сығыш яһаны. Һуңынан уҡыусылар төркөмдәр менән “Оптик иллюзиялар”, “Экология һәм беҙ”, “Ваҡыт машинаһы”, “Джинг-oil” кеүек оҫталыҡ дәрестәрендә, “Аҡыл уйындары”, “Лаборатория бумы” кеүек квестарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең белем даирәһен күрһәтте, ҡыйыу бәхәстәргә инде. Бөтә оҫталыҡ дәрестәрен, квестарҙы университет студенттары һәм уҡытыусылары ҡыҙыҡлы итеп үткәрҙе. “Салауатбыяла” вәкилдәре предприятиела сығарылған тауарҙың сифатын тикшереп ҡарарға ла мөмкин-лек бирҙе, уҡыусылар быяланы ватып ҡарап, уның селпәрәмә килеүенә ҡара-маҫтан, ҡойолоп төшмәүенә инанды. Шулай уҡ был предприятие викторина ойоштороп, иң зирәктәргә быяла сәскә, ручка, блокноттар бүләк итте.
- Бөгөн үҫмерҙәр үҙҙәренең беле-мен тәжрибәлә күрһәтә алды, мәктәптә ни өсөн физика, химия өйрәнеүҙәрен аңланы. Йәштәрҙең йөҙөндә ҡы-ҙыҡһыныу бар, сөнки барыһы ла ябай миҫалдар аша еткерелә, - ти ӨДНТУ-ның уҡытыу һәм методик эш буйынса проректоры Олег Баулин.
Әлбиттә, был платформа күптәр өсөн һөнәр һайлауға асыҡлыҡ индергәндер.
- Мин үҙем өсөн нефть университетына инеүемде билдәләп ҡуйғанмын, - ти 2-се кадет мәктәбе уҡыусыһы Руслан Моратов.- Бөгөн тағы ла бер тапҡыр ошо уйымдың дөрөҫ икәненә инандым. Был тармаҡта шөғөлләнеү миңә ҡыҙыҡ буласаҡ.
Үҫмерҙәрҙең уҡытыусылары ла сараның әһәмиәтен билдәләй.
- Форумдың уҙғарылыуы бик һәйбәт. Ошондай осрашыуҙар уҡыусылар өсөн кәрәк, мөһим. Был уларҙы берләштерә һәм яңы киңлектәр аса. Сараның юғары кимәлдә ойошторолоуын да билдәләп үтер инем, барыһы ла бик оҡшай, - ти 21-се мәктәптең 9-сы класс етәксеһе Анна Начаркина.
“Дөрөҫ хайп” мәғлүмәти медиа-платформа
“Дөрөҫ хайп” медиа-платформаһын-да билдәле хәбәрселәр, блогерҙар, телеоператорҙар йәштәргә үҙ тәжрибәһе менән бүлеште. Журналис-тиканы үҙ итеүселәр БСТ телеканалы-ның алып барыусыһы Светлана Лобанованың дәрестәрен ҡыҙыҡһы-нып ҡараны, “Молодежная газета” хеҙмәткәре Елена Киселева интернет-ресурстарҙа мәғлүмәткә исем ҡушыу принциптары, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы журналисы Станислав Шахов барыһы ла уҡырлыҡ итеп нисек яҙырға кәрәклеге тураһында һөйләне. Шулай уҡ урындағы телекомпания һәм баҫма хеҙмәткәрҙәре лә был платформала актив эшләне.
“Башҡортостан - үҫеш биләмәһе” идея-мәғәнәүи платформа
Үҫмерҙәргә тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, ниндәй генә хәлдә лә еңеүсе булырға өндәгән осрашыу ҙа мөһим. Дүрт Паралимпия чемпионы Алексей Талайҙың сығышы онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ул ҡул-аяҡһыҙ ҡалғандан һуң да йәшәү һәм еңеүгә ынтылышын юғатлмаған, бөтә донъя буйлап кешеләргә йәшәүгә дәрт өҫтәүсе лекциялар менән сығыш яһап йөрөй. “Иң мөһиме йәштәргә үҙҙә-ренең маҡсатын билдәләргә һәм шул маҡсатҡа ынтылырға кәрәк”, - ти ул.
Форумды тантаналы ябыу шулай уҡ “Салауат” спорт-концерт комплексында үтте. Форумға Республика етәксеһе Радий Хәбировтың килеүе лә залдағы уҡыусыларға көтөлмәгәнсә булды. Ул еңеүселәрҙе бүләкләне һәм үҫмерҙәргә мөрәжәғәт итеп, уларҙың республиканың ғорурлығы һәм киләсәге булыуын билдәләне.
“Мин һеҙҙең барығыҙҙың ла әлеге кеүек шат, көслө булыуығыҙҙы, һәр ваҡыт үҙ көсөгөҙгә ышаныуығыҙҙы теләйем. Шул саҡта бар нәмә лә тормошҡа ашасаҡ. Салауат – бик яҡшы ҡала һәм, беҙҙең уйлау буйынса, был матур проект артабан да үтәсәк”, - тине ул.
Радий Хәбиров ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлиловҡа ҡаланың спорт мәктәптәренә ҡорамалдар алыу өсөн 13 миллион һумлыҡ сертификат тапшырҙы.
Биш платформаның һәр ҡайһыһын-да еңеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы-ның хәләл ефете Каринэ Хәбирова, Хөкү-мәт Премьер-министры урынбаҫарҙары Фәнүр Йәғәфәров менән Ленара Иванова, республиканың мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте министрҙары Әминә Шафиҡова менән Руслан Хәбибов, Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Динар Хәлилов ҡотланы.
Һуңынан йәштәр өсөн ҙур дискотека ойошторолдо.