Быйыл улар 47-се балалар баҡсаһында тәҙрәләрҙең бер ни тиклемен алыштырыру башланғысы менән сыға. Смета суммаһы 1350000 һум тәшкил итә. Әлбиттә, тәү сиратта, төркөмдәрҙәге тәҙрәләрҙе алыштырырға ҡарар ителгән.
Әле инициатив төркөм ағзалары бағым-сылар эҙләү менән мәшғүл. Бөгөнгө көнгә мәҙәни саралар, халыҡ менән эшләү буйынса саралар тамам.
- Хәҙер иң етди - смета документацияһын төҙөү этабы көтә. Шулай уҡ электрон ғаризалар ебәрергә, конкурсҡа документ папкаһын әҙерләргә кәрәк, - тип һөйләй «Шыршыҡай» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы рәйесе Елена Комиссарова.