25-се башҡорт гимназияһы - башҡорт телен популярлаштырыусы, һаҡлаусы һәм үҫтереүсе белем усағы булып тора. Башҡорт теле көнө алдынан уның директоры Гөлфиә Дәүләтҡолова менән әңгәмәләшеп алыуҙы кәрәк тип таптыҡ.
- Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы, бөгөн тап һеҙ ҡалалағы берҙән-бер башҡорт гимназияһына етәкселек итәһегеҙ. Был мәғариф учреждениеһы башҡаларҙан нимәһе менән айырыла?
- Тәү сиратта, башҡорт рухлы мәктәп булыуы менәндер, моғайын. Гимназияға балаларын туған башҡорт теленә өйрәтергә теләгән, һис юғында, башҡорт телен өйрәнергә ҡаршы булмаған ата-әсәләр балаларын килтерә. Беҙгә теүәл генә беркетелгән биләмә юҡ, шуға күрә уҡыусыларҙы теркәлгән адрес буйынса түгел, ата-әсәләрҙең теләге буйынса ҡабул итәбеҙ.
- Башҡорт телен уҡытыу гимназияла нисек ҡоролған?
- Башҡорт теле һәм әҙәбиәте тәрәнәйтеп өйрәнелә. Предмет булараҡ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыу планына 1-се кластан 11-се класҡа тиклем индерелгән. Башланғыс кластарҙа рәсем, технология, музыка дәрестәре башҡорт телендә алып барыла. Әлбиттә, башҡортса бик насар аңлаған балалар ҙа бар, шуға күрә уҡытыусылар был дәрестәрҙә терминдарҙы, аңлатмаларҙы тәржемә ярҙамында балаларға еткерә.
- Телде уҡытыуға бәйле, проблемалар килеп сыҡҡаны бармы? Һеҙ уларҙы хәл итеү юлдарын нисек табаһығыҙ?
- Проблемалар юҡ түгел, булғылағаны бар. Уларҙы ата-әсәләр менән бергә хәл итәбеҙ, аңлашабыҙ. Был юҫыҡта беҙгә ҡала башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге ата-әсәләр коми-теты ярҙам итә. Форсаттан файҙаланып, Фәнүр Байрамғоловҡа рәхмәт белдергем килә. Бергә булғанда, бер йүнәлештә эшләгәндә, сетерекле хәлдәрҙән сығыуы еңелерәк.
- Белеүебеҙсә, гимназияла башҡорт телле балаларҙан тыш, башҡа милләт вәкилдәре лә белем ала. Тап ошо белем усағын һайлауҙарының сәбәбе нимәлә икән? Уларҙы уҡытыу башҡаса ҡуйылғанмы, әллә улар ҙа бер үк программа буйынса уҡыймы?
- Гимназияла бөтә балалар ҙа бер төрлө программа, уҡыу планы буйынса белем ала. (Мин бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы индермәйем). Гимназияны һайлаған балаларҙы милләте буйынса айырып ҡарау юҡ. Башҡорт телен ике төркөмгә бүленеп өйрәнәбеҙ - шул ғына. Башҡа милләт ата-әсәләре башҡорт гимназияһын һайлау сәбәбен төрлөсә аңлата. 1-се класҡа килгәндә үк улар беҙҙә башҡорт теле уҡыясаҡтарын, һәр класта нисә сәғәт буласағын белә бит, сөнки был турала буласаҡ 1-се кластарҙың беренсе ата-әсәләр йыйылышында уҡ мәғлүмәт бирелә. Кемдер “башҡорт телен өйрәнһендәр, Башҡортостанда йәшәйбеҙ, белергә тейештәр” ти, икенселәре “был мәктәптә тәртип һәйбәт ҡуйылған” ти, өсөнсөләренә уҡытыу кимәле оҡшай, яҡын йәшәгәндәр ҙә ошо мәғариф учреждениеһына килә.
- Киләсәккә ниндәйерәк пландар ҡороп эшләйһегеҙ? Бәлки, ниндәйҙер яңы ысулдар, алымдар индереү, уҡытыу программаһын икенсерәк итеп төҙөргә уйлайһығыҙҙыр...
- Пландар ҙур. Бөгөнгө көндә балаларға заманса технологияларҙан артта ҡалмай белем биреү мөһим. Бының өсөн мәктәптең матди-техник базаһы бай булырға тейеш, мәғлүмәтле китапхана үҙәген булдырыу ҙа кәрәк, шунһыҙ балаларҙы уҡыуға йәлеп итеү бөгөн бик ауыр.
Ата-әсәләр, балалар ни өсөн 25-се башҡорт гимназияһын һайлай икән? Уларҙың да фекерен белергә ҡарар иттек.
Алина Качурина, 1В класы уҡыусыһы Мирославаның әсәһе:
- Был мәктәптебалаларын ошо гимназияла уҡытҡан таныштарыбыҙ тәҡдим итте. Әйткәндәй, улар ҙа рус милләтенән. Йортобоҙға ла яҡын урынлашҡан. Башҡорт телен тәрән өйрәнеүҙәрен белеп килдек, был беҙҙе бер ҙә ҡурҡытманы. Башҡортостан тигән республикала йәшәйбеҙ бит, шуға күрә телде белеү кәрәк. Уҡытыусыларҙың уҡыусыларға ҡарата мөнәсәбәте оҡшай. Әле беҙ 1-ҙә генә уҡыйбыҙ. Уҡытыусылары Эльмира Ларионова уларға икенсе әсәй кеүек, үҙ ҡанаты аҫтында тота, һәр ваҡыт ҡурсалап, яҡлап ҡына тора. Ҡыҙым мәктәптән бәхетле йөҙ менән ҡайтып инә. Гимназияла төрлө түңәрәктәр эшләй. Беҙ бейеүгә йөрөйбөҙ. Әсәләр көнөнә ҡыҙым башҡорт бейеүе «Күбәләк» менән сығыш яһап та өлгөрҙө.
Айгөл Ғайсина, 1В класы уҡыусыһы Сафинаның әсәһе:
- Мин үҙем ошо белем усағын тамамланым. Шуның өсөн ҡыҙымды ниндәй мәктәпкә уҡырға биреү тураһында һорау ҙа тыуманы. Мәктәп йылдарында мин вокалға йөрөнөм. Уҡытыусым Хәҙисә Нәҙерғолова һөнәр һайлауҙа ҙур роль уйнаны. Ҡыҙым Сафинаға гимназияла уҡыуы бик оҡшай, йырларға ярата. Бында баланың шәхес булып формалашауы өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Шуныһы ҡыуаныслы.