Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Декабрь 2019, 12:50

«Балаларға - яңы асфальт!»

Ҡаланың күп кенә белем биреү учреждениелары урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү програм-маһында ҡатнашып,уның һөҙөмтәлелегенә инанды. 2020 йылда 29-сы балалар баҡсаһы ла был программала ҡатнашырға ҡарар иткән.

Халыҡтан һорау алынып, иң тәүҙә хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр асыҡлана. «Алтын асҡыс» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы ағзалары иң бе-ренсе балалар баҡсаһы билә-мәһендәге асфальтты алыш-тырыуҙы мөһим тип тапты.
2020 йылда 29-сы бала-лар баҡсаһына 55 йыл буласаҡ. 1965 йылда төҙөлгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы биләмәһендәге асфальт түшәме ярылған, соҡор-саҡыр барлыҡҡа килгән.
- «Балаларға - яңы асфальт» проектын хеҙмәткәрҙәр һәм ата-әсәләр хупланы. Кескәйҙәр ҙә һүрәттәр конкурсында, флешмобта әүҙем ҡатнашты. Балалар баҡсаһының юби-лейын яңы асфальт менән ҡаршылауыбыҙға ышанабыҙ!, - ти баҡса мөдире Наталья Шишкова.
Читайте нас: