газета "Салауат"
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Декабрь 2019, 12:29

Заманса уйын майҙансығы

Ике улым да 55-се балалар баҡсаһына йөрөнө. Ул ваҡыттарҙа уҡ биләмә тирәһендәге юлдарҙың торошона тыныс ҡына ҡарап булмай ине.

Соҡор-саҡырҙар, иҫке асфальт япмаһы яу яланын хәтерләткәндәй ине. Айырыуса яҙлы-көҙлө был урындар ныҡ бысрана, һыу, батҡаҡ йыйылып ята. Бынан тамам арыған балалар баҡсаһы коллективы проблеманы хәл итеү юлда-рын эҙләй башлай һәм рес-публикала киң ҡолас йәйгән урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү програм-маһында ҡатнашырға була. «Татыу» территориаль йә-мәғәт үҙидаралығы ағзала-рының йыйылышында халыҡ бер тауыштан балалар баҡ-саһындағы асфальтты алыш-тырырға кәрәк тип хәл итә һәм «Балаларға - асфальт» тигән проект әҙерләй. Мәктәпкәсә белем биреү учрежде-ниеһының бөтә коллективы, хатта кескәйҙәр ҙә, уларҙың ата-әсәләре лә ситтә ҡалмай. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, улар программала еңеп сыға һәм хәҙер барыһы ла яңы асфальтҡа шат.

Әммә коллектив ире-шелгәндә генә туҡтап ҡалмай һәм икенсегә ошондай программала ҡатнашырға ҡарар итә. Был юлы улар яңы уйын маҙансығын булдырырға хыяллана. Пландарында - яңы спорт ҡоролмалары, ҡом менән уйнау урындары, сағыу уйынсыҡ машиналар, самолеттар, физкультура дәрестәре өсөн заманса спорт комплексы булдырыу. Был маҡсатта «Татыу» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы ҙур эш башҡарып сыға. Йәһәт кенә йыйылыш үткәрәләр, кәрәкле документтар йыялар, балалар менән һүрәттәр конкурсы ла, виодеролик та эшләйҙәр. Йыйылышта ултырыусыларҙың барыһы ла бер тауыштан яңы балалар майҙансығын булдырыу идеяһын хуплай.

- Былтырғы уҡыу йылында ошо программала еңеп сығыуыбыҙ беҙҙе тағы ла етдиерәк эштәргә дәртләндерҙе. Балаларҙы саф һауа һуларға көн һайын алып сығырға тейешбеҙ. Айырыуса йәйен, көндәр матур булғанда улар күп ваҡыттарын тышта уҙғара, рәхәтләнеп уйнайҙар. Тик бына уйын майҙансыҡтарының иҫке булыуы күңелде ҡыра. Шуға быйылғы маҡсатыбыҙ - проектты уңышлы яҡлап, яңы ҡорамалдар ҡайтартыу, - ти балалар баҡсаһы мөдире Регина Плешакова.


Читайте нас: