газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Декабрь 2019, 12:34

Нур һибеүсе һин, әсәйем!

Ҡаланың балалар-үҫмерҙәр техник ижады үҙәге өҫтәмә белем биреү менән шөғөлләнә. Балалар унда, башлыса, һәр шәмбе йыйыла. Бынан тыш, төрлө матур салалар ҙа үткәрелә. Шуларҙың береһе - Әсәйҙәр көнөнә арналғанында булырға тура килде.

Байрам кәйефе әллә ҡайҙан һиҙелеп тора. Зал шығырым тулы. Балалар менән әсәйҙәр генә түгел, хатта атайҙар ҙа килгән. Байрамды үҙәк директоры Светлана Ғәбитова үҙе алып барҙы. Сценарий шул тиклем бай төҙөлгәйне. Балалар бер-бер артлы сығып шиғыр һөйләне, әсәләренең портреттарын төшөрҙө. Кисәнең төп ҡунаҡтары булған әсәйҙәр залда тамашасы ролендә генә ултырманы, ә конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашты. Айырыуса «Беҙҙең әсәйҙәр иң уңғаны», «Тәмле рецептар» тигәндәре бик ҡыҙыҡлы булды. Бында инде балалар ҡәҙерле кешеләре өсөн янып-көйөп ултырҙы.

- Беҙҙә тематик саралар йыш уҙғарыла. Бөгөнгөһөн дә үткәрмәйенсә ситтә ҡалыу яҙыҡ булыр ине. Сөнки әсәйҙәр - донъялағы иң изге кешеләр. Уларға иғтибарҙы, наҙҙы, һөйөүебеҙҙе байрамдарҙа ғына түгел, ә ғәҙәти көндәрҙә лә йышыраҡ күрһәтергә кәрәк. Шуныһы бигерәк ҡыуаныслы, кисәгә атайҙар ҙа күпләп килгән. Тимәк, улар өсөн ғаилә, татыулыҡ, бер-береңә ихтирамлы мөнәсәбәт кеүек төшөнсәләр мөһим булып тора, - тине Светлана Фирус ҡыҙы.

Байрамға сағыу костюмдарын кейеп «Ағинәйҙәр» ойошмаһынан Рәшиҙә Буранғолова менән Миңнур Ғәбитова ла килгәйне. Улар залда ултырыусы барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Инәйҙәр йомарт та булып сыҡты - ярышта ҡатнашҡан һәр кемгә тәмлекәстәр өләште.

Кисәнән барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.

- Ғаилә менән бергәләп рәхәтләнеп ял иттек. Ошондай фәһемле, мәғәнәле сараларҙы даими үткәреп торғаны өсөн үҙәктең директоры Светлана Ғәбитоваға һәм бөтә коллективҡа ата-әсәләр һәм балалар исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - тине әсәйҙәрҙең береһе Лена Хәсәнова.

Байрам сәй табыны артында дауам итте.


Читайте нас: