Алдан үткәрелгән осрашыу-ҙар һәм һорау алыуҙар һөҙөмтәләре буйынса иң тәү сиратта хәл ителергә тейеш бер нисә проблема асыҡланды. Дөйөм йыйылыш-та ҡатнашыусылар бер тауыш-тан 2020 йылда ла урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатна-шыу тураһында мөһим ҡарар ҡабул итте, сөнки ул әүҙем граждандар тырышлығы менән мәктәпте рәткә килтереүҙә ярҙам итә. Проектты артабан да алып барыу өсөн инициатива төркөмө һайланды. Алдан бирелгән һорау алыуҙар буйынса тәү нәүбәттәге мәсьә-ләләр асыҡланды - ул яңы тәҙрәләр ҡуйыу. Әгәр ҙә ҡабул ителгән проект конкурста еңеп сыҡһа, финанс яҡлау тапһа, мәктәп кабинеттарында яңы пластик тәҙрәләр барлыҡҡа киләсәк.
Биҫтәлә йәшәүселәр, ата-әсәләр, уҡыусылар, мәктәп коллективы конкурс прог-раммаһында еңеүгә ҙур өмөт бағлай һәм уларҙың баш-ланғысын ишетерҙәр, иҫке тәҙрәләр проблемаһы хәл ителер, тип ышана. “Мөһим эштәр эшләйбеҙ”, тип иҫәпләй “Белемлеләр” территориаль йә-мәғәт үҙидаралығы ағзалары.