газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Ноябрь 2019, 12:51

“Яратҡан йортобоҙға яңы түбә бүләк итәйек!”

54-се балалар баҡсаһында ошондай девиз аҫтындағы проект старт алды. Маҡсаты - урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә ҡыйыҡты ремонтлау.

Был проект киҫкен торған социаль проблемаларҙы асыҡлай һәм халыҡты йәлеп итеү юлы менән уларҙы һөҙөмтәле хәл итә. Бына икенсе йыл инде «Калинка» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы әүҙем эшләп килә. Йорттарҙа йәшәүселәрҙең уҙған йыйылышында үҙидаралыҡ рәйесе Елена Ермакова йыйылыусыларға балалар баҡсаһының проблемалары тураһында һөйләне һәм бер тауыштан түбәне алыштырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡарар ҡабул ителде.

Балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Хисмәтуллина халыҡҡа сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.

- Яныбыҙҙа битараф кешеләр түгел, ә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыусыларҙың йыйылыуы бик һәйбәт. Беҙҙең проблеманы тыңлап ҡына ҡалмайҙар, ә уларҙы хәл итергә лә ярҙам итә. Программала еңеп сыҡһаҡ, балалар баҡсаһының ҡыйығы яңыртылыр ине, - ти ул.

Программала ҡатнашыу уйы менән хатта кескәйҙәр ҙә яна. Улар һүрәттәр конкурсында, флешмобтарҙа әүҙем ҡатнаша.

- Программа мәктәпкәсә йәштәге ойошмаға үҙенең яҡты хыялдарын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирер тигән ышаныста ҡалабыҙ, - ти балалар баҡсаһы педагогтары.


Читайте нас: