газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Ноябрь 2019, 12:50

Ярҙамдың реаль файҙаһын аңлап

Республикала урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы 2014 йылдан уңышлы эшләп килә һәм йылдан-йыл киң ҡолас ала. Был проекттың үҙенсәлеге шунда – ниндәйҙер проблеманы хәл итеүҙә кешеләр үҙҙәре башлап инициатива күрһәтә һәм урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итеп республика Хөкүмәтенән ярҙам ала. Һинең өсөн уңайлыҡтарҙы ситтән килгән кемдер тыуҙырмай, барыһы ла кешенең үҙ тырышлығынан тора, йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең бер юлы икәнен халыҡ яҡшы аңлай.

Салауат ҡалаһының «Ба-лалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәге» өҫтәмә белем биреү учреждениеһы 2018 йылда «Беҙ еңеүебеҙгә ышанабыҙ!» тигән девиз менән урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһына ҡушыла. Бының өсөн Комсомолецтар урамы халҡы менән «Муса» территориаль йәмәғәт үҙи-даралығы ойошторола. Граж-дандар менән йыйылыш-тар уҙғарып, һорау алыу барышында элекке 9-сы мәктәп бинаһында урынлаш-ҡан «Балалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәге»нең фасадын ремонтлау иң өҫтөн-лөклөһе тип һайлана. Учреж-дение коллективының, тәрбиә-ләнеүселәрҙең, ата-әсәләрҙең һәм, әлбиттә, урындағы халыҡтың тырышлығы юҡҡа булмай. Программала ҡат-нашыу һөҙөмтәһендә 2019 йылда бинаның фасадына капиталь ремонт яһала.

Был программаның барлыҡ ыңғай яҡтарын баһалап өлгөргән коллектив икенсе тапҡыр ошо проектта ҡатна-шырға ҡарар итә. Быға тиклем бинаның алғы яғы яңыртылһа, хәҙер улар программа ярҙамында фасадтың төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрен ремонтлауҙы планлаштыра. Бинаның тышҡы күренеше бик мөһим, тап бинаға ингән үҙәк өлөш теге йәки был ойошма хаҡында тәьҫораттар ҡалдыра, тип иҫәпләй учреждение коллективы. «Балалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәге» территорияһында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға бағышланған «Иҫтәлекле стела» урынлашҡан һәм Еңеү көнө алдынан ҡала хакимиәте башлығы, һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, абруйлы кешеләр тантаналы рәүештә митингка йыйыла, сәскәләр һала, һуғыш яланында башын һалғандарҙы иҫкә ала. Бынан тыш, Һайлау кампанияһы ваҡытында үҙәктә 556-сы һайлау участкаһы ла эшләй. Техник ижад менән шөғөлләнеүсе балалар өсөн дә күркәм бинаға килеүе күпкә ҡыуаныслыраҡ.

Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы ярҙамында беҙҙең дөйөм тырышлыҡ менән учреж-дениеның матур тышҡы күренешен тергеҙеү мөмкин-леге барлыҡҡа килде һәм беҙ ошо идеябыҙҙың тормошҡа ашыуына ышанабыҙ, тиҙәр «Балалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәге»ндә.


Читайте нас: