газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ноябрь 2019, 11:23

Яҡты, йылы тәҙрәләр кәрәк беҙгә

Беҙ урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһының өҫтөнлөктәрен баһалап өлгөрҙөк инде. “Изгелек донъяһы” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы булдырып, беҙ 2019 йылда 59-сы балалар баҡсаһында 500 мең һум тирәһе суммаға асфальт-бетон япмаһына капиталь ремонт эшләүгә өлгәштек.

Был ваҡиғаға бөтәһе лә шат: балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре лә. Хәҙер беҙ саф һауала сабыйҙар өсөн төрлө күңел асыу саралары уҙғарабыҙ. Беҙ эште сифатлы һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарып сығыусы подрядсы шәхси эшҡыуарға рәхмәтлебеҙ.

2020 йылда беҙ шулай уҡ конкурста ҡатнашырға планлаштырабыҙ. Халыҡтың күпселек тауышы менән балалар баҡсаһында тәҙрә блоктарын алыштырырға ҡарар иттек, сөнки иҫке тәҙ-рәләр 60 йыл элек, 1959 йылда, ҡуйылған. Һәм, әлбиттә, был оҙайлы осор эсендә улар үтә насар хәлгә төшкән. Ә яҡшы тәҙрәләр - ул яҡтылыҡ, йылылыҡ, уңайлылыҡ. Ха-лыҡтың инициатив төркө-мөнөң, тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләренең һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренең дөйөм тырышлығы менән беҙ балалар өсөн өҫтәмә уңайлы шарттар булдырырбыҙ, тип ышанам.
Читайте нас: