Был эште урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы хуплай. Йорт хужалары ниндәй йәмәғәт ҡулланылышлы объекттарын төҙөкләндереү һәм булдырыу кәрәклеген үҙҙәре билдәләй. Йыйылыштарҙа инициатив төркөм һайланыла, администрация менән берлектә республика конкурсына документтар әҙерләнә, һәм еңгән осраҡта, проектты тормошҡа ашырыу йәһәтенән аҡса йыйыу ойошторола. Был программаға урындағы халыҡтың, бағыусыларҙың, муниципалитет һәм республика бюджеты сығымдары инә. Ул ҡала халҡының төҙөкләндереү эшенә ҡыҙыҡһыныуын үҫтерә, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, дәүләт вәкилдәренә ышанысты арттыра.
Был программаға ҡалабыҙҙың көньяҡ өлөшөндә йәшәүселәр әүҙем ҡушылды. “Лидер”, “Класс” һәм “Уңышлы” тип аталған ойошмалар булдырылды.Ошо тәжрибәгә таянып 2019 йылда 21-се мәктәптең ашханаһы ремонтланды, ә 4–се мәктәптә ҡыйыҡ төҙөкләндерелде.
Әлеге ваҡытта ҡала халҡының 80 процентын тәшкил иткән бөтә йыйылыштар ҙа үтте, барлыҡ мәсьәләләрҙән өҫтөнлөклөләре һайлап алынды. Һөҙөмтәлә, оҙаҡламай 21-се, 24-се, 4–се мәктәптәрҙең тәҙрәләре яңыртылыр, балалар өсөн хәүефһеҙ һәм йылы биналар булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Биҫтә халҡының әүҙемлектәре аңлашыла, сөнки был мәктәптең барлыҡ уҡыусылары - уларҙың балалары, шунлыҡтан мәктәптәргә ҡағылышлы мөһим проблемалар уларға яҡшы таныш. Килеп тыуған сетерекле мәсьәләләр хакимиәт, халыҡ менән берлектә һәм уларҙың контроле аҫтында хәл ителә.
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ҡала һәм ауыл халҡының тормошон уңайлы, ә беҙҙең балаларыбыҙҙың киләсәген бәхетле итеү йәһәтенән - яҡшы механизм. Барыһына ла проектта уңышлы ҡатнашыуығыҙҙы теләйбеҙ!