- Йыл дауамында был проект өҫтөндә ата-әсәләр, педагогтар тырышып эшләне. Тигеҙ, яңы асфальт баҡса-ның йөҙөн генә үҙгәртеп ҡалманы, ә балаларға уйнарға, һүрәт төшөрөргә, юл ҡағиҙәләрен өйрәнергә, күңелле эстафеталарҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирҙе. Был еңеүебеҙ беҙгә дәрт өҫтәне һәм быйыл да ҡатнашырға булдыҡ. Тағы ла уңыш йылмайһа, тәҙрәләрҙе алмаштырырға иҫәп тотабыҙ, - тип һөйләй мөдир Татьяна Рәхимова.
«Сабый атлай» терри-ториаль йәмәғәт үҙидаралығы ағзалары 2020 йылда ла программала ҡатнашыу өсөн яңы проект әҙерләй. “Йылылыҡ һәм яҡтылыҡты һаҡлайыҡ” тип аталған проект балалар баҡсаһында тәҙрәләрҙе алмаштырыуҙы күҙ уңында тота. Уны педагогтар, ата-әсәләр, һәм балалар ҙа хуплап сыҡҡан. Кескәйҙәр һүрәттәр, шиғырҙар конкурсында әүҙем ҡатнашҡан, күмәкәләп флешмоб үткәргәндәр.
Кескәйҙәр күп ваҡыттарын балалар баҡсаһында уҙғара. Шуға күрә улар өсөн бөтә шарттар тыуҙырылыуы мөһим: бина йылы ла, матур ҙа булырға тейеш. 41-се балалар баҡ-саһы тәрбиәләнеүселәрен дә киләсәктә боҙ туңған тәҙрәләр ҡаршы алмаҫ, ә яҡты сағыу ҡояш нурҙары яңы тәҙрәләр аша үтеп инеп, мөғжизәләргә бай бала саҡ илен тағы ла яҡтыртып ебәрер.