Ҡомдоң үҙенсәлектәре кешенең хис-тойғо торошон нормалләш-тереүгә йоғонто яһай, уның психик хәлен тынысландырыуға булышлыҡ итә. Ул балаларға үҙҙәрен ижади яҡтан күрһәтеү өсөн дә мөмкинлек бирә. Минең күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, ҡомға тотонорға ла ҡурҡҡан оялсан, ҡыйыуһыҙ балалар һуңынан рәхәтләнеп ҡом менән уйнай, тынысыраҡ була һәм башҡа балалар менән дә еңел аралаша башлай.
Ҡом менән уйнағанда кес-кәйҙәрҙең фантазияһы асыла, улар үҙҙәренә оҡшаған донъяны төҙөй, унда йәшәүселәрҙе яһай, геройҙар хаҡында әкиәттәр сығарып һөйләй. Шулай итеп, улар эске кисерештәрен, үҙ-үҙенә ышанмаусанлығын еңә. Был дәрестәрҙә беҙ моториканы, танып-белеү процестарын, иғтибар-лылыҡты, телмәрҙе, график күнекмәләрҙе үҫтерәбеҙ.
Ҡом менән уйнау өсөн ике һауыт кәрәк: береһе - ҡоро ҡомло, ул яҡтыртыулы була һәм дымлы ҡомло. Шулай уҡ һүрәт төшөрөү өсөн төрлө трафареттар, ваҡ уйынсыҡтар ҡулланам, кәйефте күтәреү өсөн музыка, йәки тәбиғәт тауыштарын ебәрәм.
Был дәрестәрҙә шөғөлләнеү өсөн йәш сикләнмәгән, тик уның структураһы, уйындары һәм күнек-мәләре генә айырыла. Бәләкә-йерәк балаларҙы ҡулдарынан тотоп эшләргә өйрәтергә тура килә. Ә өлкәнерәктәр һинең арттан ҡабатлау ғына түгел, һүрәтте үҙҙәре лә төшөрөргә өйрәнә. Шулай уҡ ҡыҙ һәм малайҙарға «ҡом ҡаласыҡтары»н төҙөгәндә ваҡ уйынсыҡтар, таштар, биҙәүестәр ҡулланыу оҡшай. Беҙҙең балалар баҡсаһында сабыйҙарҙың «Ҡом арт-терапияһы» тип аталған ошондай мауыҡтырғыс белем биреү дәрестәренә йөрөү мөмкинлеге бар.