Салауат ҡалаһының 53-сө балалар баҡсаһына 1972 йылда нигеҙ һалынған. Ошо ваҡыттан бирле асфальт алыштырылмаған. Үҙ сифатын юғалтып, урыны-урыны менән соҡор-саҡырлы ерҙәр хасил булған. Саф һауа һуларға сыҡҡан кескәйҙәрҙең емерек юлдарҙа йүгереп-һикереп уйнауы, әлбиттә, ҡурҡыныс тыуҙыра. Балаларҙың хәүеф-һеҙлеген тәьмин итеүҙе тәү сиратҡа ҡуйып, балалар баҡсаһы коллективы, ата-әсәләр һәм яҡын-тирә йорттарҙа йәшәүселәр был проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләп тапты. Урындағы баш-ланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, асфальт-бетон япмаһын алыш-тырыуҙы иң төп маҡсат итеп ҡуйҙы.
- Инициатив төркөм һәр эште контролдә тота: смета төҙөлә, ҡағыҙ эштәре йыйыла. Кескәйҙәребеҙ ҙә проектҡа етди ҡарай. Үҙ ҡулдары менән тырышып-тырмашып төшөрөлгән һүрәттәр аша татлы хыялдарының оҙаҡламай тормошҡа ашырына өмөт итә улар, – ти баҡса мөдире Илүзә Байгилдина.