газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Ноябрь 2019, 12:14

Күмәкләгән - яу ҡайтарған

Ниһайәт, капиталь ремонттан һуң 21-се мәктәп ашханаһы ишектәрен асты. Хәҙер уҡыусылар белем усағының үҙендә туҡланасаҡ.

Ашхананың асылыуын педагогик коллектив та, уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә түҙемһеҙлек менән көттө. Тәүҙә уларға 18-се мәктәпкә йөрөп ашарға тәҡдим итәләр. Әммә бер нисә тапҡыр унда булғандан һуң, балалар бынан баш тарта. Һөҙөмтәлә, килтерелгән аҙыҡ менән кластарҙа туҡланырға ҡарар итәләр. Мәҫәлән, һуттар, булочкалар һәм башҡа бешерелгән әйберҙәр менән.

Аҙыҡ-түлек блогындағы ремонт Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса ремонтланды. Эштәр 4 октябрҙән дә һуңламайынса тамамланырға тейеш булһа ла, подряд ойошмаһының ғәйебе буйынса, ул оҙаҡҡа һуҙылды. Подрядсы электрон аукцион буйынса билдәләнгән булған. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс ул, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, ремонтты туҡтата. Проблемаға прокуратура ҡыҫылғас, өҫтәмә көстәр, бюджеттан тыш сығанаҡтар йәлеп ителгәс, бағымсылар ярҙам ҡулын һуҙғас ҡына, эшкә нөктә ҡуйыла. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, кеүек килеп сыға инде.

Хәҙер был белем усағының матур туҡланыу залы, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған кухняһы бар. Бөтә шарттар ҙа булдырылған.

- Беҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.Проблеманы күмәкләп кенә хәл итеүгә өлгәшә алдыҡ. Ата-әсәләр ҙә ҙур әүҙемлек күрһәтте. Хәҙер балаларҙы яҡты, заманса ашхана ҡаршы аласаҡ, - ти мәктәп директоры Ольга Урванцева.

Юлианна Пилюкова фотоһы.
Читайте нас: