газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Ноябрь 2019, 12:15

Белемдәрен тикшерҙеләр

Үткән йома, 1 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан “Ҙур этнографик диктант” Бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы. Ул халыҡтың этнографик грамоталылығын, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар тураһындағы белем кимәлен баһаларға мөмкинлек бирҙе.

Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ һәм Удмурт Республикаһының Милли сә-йәсәт министрлығы сараның ойоштороусылары булды. Башҡортостанда акцияны республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто үткәрҙе. Беҙҙең ҡалала үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәр ҡала үҙәк китапханаһына йыйылды.

- Бөгөн диктантты илебеҙҙең 85 төбәгендә яҙалар. Бындай акция Рәсәйҙә дүртенсе тапҡыр үткәрелә һәм бик популяр иҫәпләнә. Ә беҙҙең ҡалала ул беренсегә уҙа. Теркәлгәндәр 50 булһа ла, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, кешеләр һаны күпкә артып китте - 60-тан ашыу. Тарихты белергә теләүселәр бихисап булып сыҡты. Сараның маҡсаты билдәле инде - халыҡ араһында илдә йәшәгән төрлө милләттәрҙең тарихи үткәненә, тамырҙарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам уятыу, милләт-ара татыулыҡты нығытыу, - ти сараның кураторы Надежда Шерсткина.

Уҡытыу-методика үҙәге методисы Зөлфиә Хәсәнова сарала ҡатнашыусыларҙы ҡағиҙәләр, шарттар менән таныштырҙы, аңлашылмаған һорауҙарға яуап бирҙе, бланктарҙы нисек дөрөҫ итеп тултырырға кәрәклекте аңлатты.

Этнографик диктант тест формаһында үтте. Эштәрҙе башҡарыуға 45 минут ваҡыт бирелде. Бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап биргәндә 100 балл йыйырға мөмкин ине. Диктант 30 һорауҙан торҙо, шуларҙың 20-һе - бар ил өсөн дөйөм булһа, 10-ауһы һәр төбәк өсөн айырым бүлеп бирелгән. Беҙҙә ул, әлбиттә, Башҡортостанға ҡағылды.

Салауатта диктант яҙыу буйынса тағы ла бер майҙансыҡ музыка колледжында ойошто-ролдо.

Дөрөҫ яуаптар 10 ноябрҙә www.miretno.ru сайтында баҫыла. Ә 12 декабрҙә һөҙөмтәләр иғлан ителәсәк. Бланктағы шәхси номер буйынса һәр кем үҙенең нисә балл йыйыуын белә ала.

Ҡаланың «Мираҫ» мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов та белемен һынарға килгән.

- Бындай сараларҙа һәр ва-ҡыт ҡатнашырға тырышам. Әле яңыраҡ ҡына географик диктант яҙҙым. Мине һәр ваҡыт Рәсәй-ҙә, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре ҡыҙыҡһындырҙы. Белгәндәреңде камиллаш-тырыу, яңыларын үҙләштереү бер ваҡытта ла ҡамасауламай. Һорауҙарға былай күҙ һалып сыҡтым. Күбеһен белгән кеүекмен, әммә минең өсөн бөтөнләй ят булғандары ла бар һымаҡ, - тине Руслан Миңлевәли улы.


Читайте нас: