газета "Салауат"
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Ноябрь 2019, 13:03

Балаларҙың туҡланыуы - иғтибар үҙәгендә

Дөрөҫ ашау көнө буйы етерлек көс-ҡеүәт, яҡшы кәйеф биреп кенә ҡалмай, ул - һаулыҡ нигеҙе икәнен бөтә кеше белә. Бигерәк тә мәктәптәрҙә балаларҙың туҡланыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Үҫеп килеүсе организмға тейешле һәм сифатлы йылы аш талап ителә. Балаларҙың аш һыуыҡ, тәмһеҙ, тип баш тартыуына юл ҡуймаҫ өсөн нимә эшләргә? Әлбиттә, әҙерләнгән ризыҡтарҙың сифатын күтәреү талап ителә.

Беҙ ҡала мәктәптәре ашханаларында туҡланыу сифатын тикшереү буйынса комиссиялар эшләүе тура-һында хәбәр иткәйнек инде. Мәғариф идаралығы началь-нигы урынбаҫары Гөлнара Сөләймәнова уның төп һө-ҙөмтәләре хаҡында һөйләне. Салауатта булдырылған бойон-дороҡһоҙ комиссияға мәға-риф идаралығы, ҡала хаки-миәте, ҡала дауаханаһы һәм “Дөйөм туҡланыу” предприя-тиеһы вәкилдәре ингән. Улар 18 мәктәптә булып, барыһында ла тикшереү уҙғара.

Беҙҙең ҡалала 17 мәктәпте “Дөйөм туҡланыу” предприятиеһы, 1 мәктәпте “Сәнәғәт туҡланыуы” йәмғиәте хеҙмәтләндерә. Белем биреү учреждениеларында иртәнге аш уртаса 30 һум, төшкө аш уртаса 68 һум тора. Льгота буйынса бушлай туҡланыу менән тәьмин ителгәндәр иҫәбендәгеләр: сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән 574 бала, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән статусы булмаған инвалид балалар 64, йән башына иҫәпләнгән килемдәре йәшәү минимумынан артмаған күп балалы ғаиләнән 567 бала, социаль яҡтан ауыр хәлдә булған 27 бала һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 413 бала.

- Тикшереү барышында ҡайһы бер СанПин норма-ларын боҙоу осраҡтары асыҡланды, улар барыһы ла оҡшаш. Ике мәктәптә аҙыҡ-түлек төргәктәрендә етештереүсе, етештереү датаһы һәм яраҡлылыҡ ваҡыты күрһәтелгән маркировка булмаған. Шулай уҡ ашха-наларҙа тауар ҡуйыу өсөн махсус аҫлыҡтарҙың етешмәүе арҡаһында, консервалар, алма йәшниктәренең иҙәндә һаҡланыуына юл ҡуйылған. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә аҙыҡ-түлек блоктарына капиталь ремонт талап ителә, - ти Гөлнара Әмир ҡыҙы ҡыҙы.

Тикшереү күрһәтеүенсә, тәрилкәгә һалынған аш күләме менюла күрһәтелгәнгә тап килә, аҙыҡ өҫтәлгә йылы көйө бирелә, көндәлек менюлар тейешле тәртиптә төҙөлгән, аҙыҡ-түлек барлыҡ талаптарға ярашлы әҙерләнә, уҡыусылар-ға ашау алдынан ҡулдарын йыуыу ойошторолған, ашха-нала эшләүселәр барлыҡ талаптарҙы үтәргә тырыша. Комиссия тикшереү барышын-да аҙыҡ-түлектәрҙең яраҡ-лылыҡ ваҡытына, ризыҡтарҙың сифатына ҡарата бер ниндәй ҙә ҡанун боҙоуҙарҙы асыҡламай. Мәктәп ашханалары һауыт-һаба менән тәьмин ителгән, шулай уҡ санитар нормаларға яуап бирә.

Мәғариф идаралығы на-чальнигы урынбаҫары әйте-үенсә, каникулдан һуң һәр белем биреү учреждениеһын-да ата-әсәләр комиссияһы булдырыласаҡ һәм унда һәр кластан вәкилдәр инергә тейеш. Улар ике аҙна буйына ашханаларға йөрөп, комиссия эшендә ҡатнашасаҡ, балалар ашаған ризыҡтарҙы тәмләп, туҡландырыуҙың нисек ойош-торолоуын ҡараясаҡ.


Читайте нас: